Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Ейәнсура районы Иҫәнғол урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Зөләйха Сәйфуллина менән Ейәнсура районы хакимиәтенең мәғариф бүлегенә эшкә килгәс, яҡындан таныштым. Миңә тәрбиә мәсьәләләрен һәм тел уҡытыусылары менән методик эш алып барыуҙы йөкмәттеләр. Зөләйха Мотиғулла ҡыҙы башҡорт теле уҡытыусылары араһында иң уңғаны, иң саяһы булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора ине.
Ул йылдарҙа башҡорт телендә уҡытыуҙың яңы индерелә башлаған осоро. Күп ата-әсәләр балаға туған телдә белем биреүҙең мәғәнәһен аңлап етмәй, шуға күрә ҡаршылар ҙа бик күп ине. Миңә, йәш белгескә, ғөмүмән алғанда, район хакимиәтенең мәғариф бүлегендәге һәр методисҡа, Зөләйха Мотиғулла ҡыҙының ярҙамы ҙур булды, уның тырышлығы менән Иҫәнғол ауылының 1-се мәктәбендә башҡорт кластары асылды, уҡыу әсбаптары менән тәьмин итеү ойошторолдо. Уҡытыусы, һәр ата-әсә менән уртаҡ тел табып, балаларҙы туған телдә уҡытыу юлдарын хәстәрләргә лә, башҡа мәктәп уҡытыусыларына таяныс-терәк булып, кәңәш бирергә лә, ярҙам ҡулы һуҙырға ла өлгөрҙө. Көндөҙ дәрес үткәрә, кис булһа, һәр урамды, һәр йортто йөрөп сыға, тәү сиратта ата-әсәләргә кәңәштәр бирә. Нисек һәр дәрестә балалар күңеленә ятырлыҡ матур һүҙҙәр табып, сифатлы белем бирергә, һәр көн иртән диктор булараҡ, радиотапшырыуҙар алып барырға, район ҡоролтайы тарафынан сығарылған “Үҫәргән” гәзитенә мәҡәләләр яҙып, көнүҙәк проблемаларҙы күтәрергә, дәрестәрҙән һуң балалар менән шөғөлләнергә ваҡыт тапҡан икән?
Уҙған быуаттың 80 – 90-сы йылдарында балаларҙың һәләтен үҫтереү йәһәтенән маҡсатлы эш алып барылмай ине әле. Шуға ҡарамаҫтан, Зөләйха Мотиғулла ҡыҙының үҙенсәлекле ҡарашы уға яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек биргәндер, тип уйлайым. Педагогтың фекеренсә, һәләтте асыҡлау бер ваҡытта ла һуң түгел. Бала менән төрлө йүнәлештә эшләгән хәлдә генә, уның булмышы асыла, шуға күрә һәр уҡыусы менән маҡсатлы эш ойоштороу мөһим. Был — бөгөнгө мәктәп уҡытыусылары өсөн дә файҙалы кәңәштәрҙең береһе. Һәләтле баланы һәләтле уҡытыусы ғына тәрбиәләй ала. Ошо хәҡиҡәтте күптәребеҙ әле генә аңлай башлаһаҡ, Зөләйха Сәйфуллина иһә быны бөтә тормошо, булмышы менән раҫлай.
Зөләйха Мотиғулла ҡыҙын беҙҙең республикала ғына түгел, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләрендә лә яҡшы беләләр, сөнки уҡытыусы, тәжрибә уртаҡлашырға барып бик күп осрашыуҙарҙа ҡатнашҡан, байтаҡ мәктәптәр ул ебәргән китаптарҙы әле лә уңышлы ҡуллана. Уның ҡыҙҙары ла үҙе кеүек уңған, егәрле, ҡулдарынан килмәгән эш юҡ. Зөлфиәһе — күптәргә билдәле теш табибы, Фәниә — һәләтле ғилми хеҙмәткәр. Ейәнсәре Ҡәҙриә лә, моғайын, өләсәһе кеүек сая һәм етеҙ булыр.
Флорида ФӘХРЕТДИНОВА,
педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының һәләтлелек үҙәге директоры.