Түләп бөтмәҫлек бурысым бар21.03.2014
Бына ике йыл инде ошо яҡты, матур донъяла йәшәүемә ҡыуанып бөтә алмайым. Тормоштоң ҡәҙерен нығыраҡ белгәндәй булдым, уның гүзәллегенә, һәр таңдың имен атыуына һоҡланып, тыуған ергә баҫам. Үҙемә ғүмер бүләк иткән аҡ халатлы фәрештәләрҙе иҫкә төшөрмәгән бер көнөм дә юҡ.

Ғинуар айы ине. Һис көтмәгәндә күкрәк ситлегендә ныҡ ауыртыу тойҙом. "Ашығыс ярҙам" саҡырттыҡ. Фельдшер миндә йөрәк ишемияһы булыу ихтималлығын аңғартты, мотлаҡ врач саҡыртыу кәрәклеген белдерҙе. Ә ауыртыу көсәйгәндән-көсәйә генә. Был юлы "Ашығыс ярҙам" фельдшеры Гөлназ Низамова үҙ өҫтөнә врач функцияһын да алды: кардиограмма яһаны, дарыуҙар бирҙе һәм дауаханаға йәһәт илтеү хәстәрен күрҙе. Телефон аша баш ҡала клиникаһына шылтыратып, төнгө сәғәт өстә Өфөгә юлландыҡ. Машинала барғанда уҡ тамыҙғыс аша дарыу бирҙертте, ҡан баҫымын үлсәне, оло кешене йыуатырлыҡ һүҙҙәр тапты. Мине дауаханала ҡабул иткән докторҙың әйтеүенсә, беҙ бик ваҡытлы килеп еткәнбеҙ. Ярты сәғәткә генә һуңлаһаҡ та, һуң булыр ине... Баҡһаң, мин киҫкен инфаркт кисергәнмен, ә үҙ ваҡытында медицина ярҙамы алмау һөҙөмтәһендә күптәрҙең ғүмере өҙөлә икән. Кардиология диспансерының алтын ҡуллы хирургы Игорь Бузаевтың оҫталығы менән уңышлы операция яһалды. Врач Әлфиә Әхмәтшинаның күҙәтеүе аҫтында үҙемде һау-сәләмәт тоям.
Хөрмәтле аҡ халатлылар! Ниндәй генә маҡтау һүҙҙәре әйтһәм дә, аҙ булыр төҫлө. Түләп бөтмәҫлек бурысым бар һеҙгә. Һәр берегеҙ алдында түбәнселек менән баш эйеп, иң изге теләктәремдең ҡабул булыуын теләйем. Ғүмерле булығыҙ, һөйөнөп йәшәгеҙ!
Юрий КИРЕЕВ,
хеҙмәт ветераны.



Вернуться назад