Рәсәйҙә күптәр ҡартлығын етеш тормошта үткәрергә өмөтләнә. 2013 йыл һөҙөмтәләре буйынса пенсияларының тупланма өлөшөн формалаштырыуға хоҡуғы булғандарҙың яртыһынан күбеһе (1967 йылда һәм унан һуңыраҡ тыуған граждандарға ҡағыла) шәхси пенсия фондтарына мөрәжәғәт иткән.
Рәсәйҙең финанс министры урынбаҫары Алексей Моисеев әйтеүенсә, был фондтарға 33 миллиондан ашыу кеше аҡса күсергән. Мәғлүм булыуынса, пенсияның тупланма өлөшөнә эш хаҡының 6 проценты йүнәлтелә.
Пенсия реформаһының асылы шунда: хәҙер власть халыҡҡа һайлау өсөн ике юл тәҡдим итә. Һеҙ элеккесә ошо 6 процентты ҡиммәтле ҡағыҙҙарға әйләндерә йәки хәҙерге пенсионерҙарға түләүгә, йәғни пенсияның страховка өлөшөнә күсерә алаһығыҙ. Дәүләт һеҙгә киләсәктә юғарыраҡ пенсия алыу мөмкинлеген вәғәҙәләй.
2015 йылдың аҙағына тиклем аҡсағыҙҙы ҡайҙа һалыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Ҡайһы страховкалаусыны — дәүләткә ҡарамаған пенсия фондынмы, шәхси йәки дәүләт идарасы компанияһынмы — һайлауығыҙ үҙ иркегеҙҙә. Әгәр ҙә был хаҡта өндәшмәй ҡалаһығыҙ икән, һеҙҙең тупланма тарифығыҙ бөтөрөлә, ә страховка иғәнәләре хәҙерге пенсионерҙарға түләүгә китәсәк. Аҡсаны пенсияның тупланма өлөшөнә йүнәлтеүҙең тағы бер өҫтөнлөгө бар: уны мираҫҡа ҡалдырып була. Әгәр ҙә тупланма өлөштө һайларға ҡарар иткәнһегеҙ икән, Пенсия фондының урындағы бүлексәһенә килеп ғариза ҡалдырығыҙ. Ә кемдер шәхси фондҡа тупланма өлөштө күсереп, хәҙер унан страховка файҙаһына баш тартырға уйлай икән, был хаҡта ла Пенсия фондына хәбәр итергә кәрәк.
Шулай итеп, граждандарға пенсияһының тупланма өлөшө менән идара итеүсене һайлауға ике йыл ҡалды. “Быйыл страховкаланған кешеләрҙең тупланма өлөштө ҡайҙа ҡуйыу мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһыныуы ныҡ артты, — тип билдәләй “Пенсия партнеры” компанияһы етәксеһе Сергей Околеснов. — Әммә хәҙер был эш бер аҙ ҡатмарлашты, граждандың мотлаҡ Пенсия фонды бүлексәһенә килеүе талап ителә”.