Йортоғоҙға бер юлы 15 – 20 кешенең аяҡ баҫыуын күҙ алдығыҙға килтереп ҡарағыҙ әле. Моғайын, кемдер баҙап йә ҡаушап ҡалыр. Ә бына Сәкинә менән Миңлевәли Миңлеғәлиевтәр өсөн был – күптән күнегелгән, ғәҙәти күренеш. Хәйер, ишектәренең ябылып торған сағы булдымы икән? Һигеҙ балаһы шау-гөр килеп, тәгәрәшеп үҫкәндә генә түгел, һәр ҡайһыһы үҙ донъяһын ҡорғандан һуң да был өйҙөң ишеге ябылғаны юҡ.
Миңлеғәлиевтәр ауылда иң күп бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең береһе һаналһа ла, улар һис тә үҙҙәренә айырым иғтибар талап итмәне. Бының сәбәбе, моғайын, ул-ҡыҙҙарын етеш тормошта, сынъяһау донъяла, һөйөп-яратып тәрбиәләүҙәрендәлер. Ата-әсәнең тырышлығын, булдыҡлылығын, ауырлыҡтарҙы сабыр ғына үткәрә белеүен күреп үҫкән балалары. Кемдәндер ярҙам өмөт итеү уларға хас түгел, ҡура тултырып мал-тыуар аҫрап, күпләп ҡош-ҡорт үрсетеп, үҙ көстәре менән донъя көткәндәр. Был ғаиләлә берәү ҙә тик тормай, юҡты бушҡа ауҙармай.
Икеһе лә колхоздың маҡтаулы һәм алдынғы хеҙмәтсәндәренән һанала. Сәкинә Саҙиҡ ҡыҙы – һауынсы, Миңлевәли Миңлейән улы алыштырғыһыҙ шофер булып, һәр саҡ маҡталып, ихтирам ҡаҙанып үтәләр хеҙмәт юлдарын. Бер ниндәй ташламаға ла, ярҙамға ла өмөт итмәйҙәр. Әсә кешенең өс тиҫтә йылдан ашыу таң һарыһынан фермаға йүгереүенә, шул уҡ ваҡытта өйҙәге бихисап мәшәҡәтте атҡарырға өлгөрөүенә аптырарлыҡ.
Ә Миңлевәли Миңлейән улы һуң! Уның 40 йыл дауамында автомобилдә үткән юлдарын үлсәһәң, илдең ҡайһы төбәгенә ҡәҙәр һуҙылыр ине икән саҡрымдар?! Һәр саҡ яуаплы маршруттарҙы ышанып тапшырылыуын да әйтергә кәрәк, сөнки тәүлектең теләһә ниндәй сәғәтендә ҡуҙғалырға тура килһә лә, машинаһы төҙөк булыр, үҙе баш тартмаҫ.
— Үҙем атайһыҙ үҫтем. Уның яу яланында ятып ҡалыуы мәңгелек үкенес. Арҡа терәр таянысһыҙ, атайһыҙ үҫкәс, бала сағыбыҙ ауыр үтте. Әсәйем һеңлем менән мине яңғыҙы ғына аяҡҡа баҫтырҙы. Атайымды юҡһыныуым үҙем ғаилә башлығы булғас та һүрелмәне. Шуға күрә ғүмерем буйы балаларым татыу һәм етеш тормошта йәшәһен тип тырыштым, — ти ул.
Миңлеғәлиевтәрҙең тормош юлын парлашып үтеүенә – 50 йыл. Алтын юбилейҙарында алты ҡыҙы һәм ике улы ғына түгел, бихисап ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәре йыйылып, ҡәҙерле кешеләренә иң изге теләктәрен, оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ҡыҙрас ауылының мәҙәниәт йортонда уҙғарылған күркәм тантана ысын мәғәнәһендә берҙәмлектең һәм татыулыҡтың матур өлгөһө булды. Хатта кемдер ошо илаһи бер мәл өсөн бар байлығын бирер ине.
.