Батырлыҡ онотолмай19.03.2014
2007 йылдың 17 июнендә булған был аяныслы хәл. Көндәгесә, ҡояш ныҡ ҡыҙҙыра башлағас та, Илһам менән Темур туғайға йүгерә. Кемдәрҙер килгән бит – һыу буйында ике әхирәт күренә түгелме? Үҫмерҙәр янғын һүндереү машинаһы һыу ала торған урынға етер-етмәҫтән өҫ кейемдәрен сисеп, бер-бер артлы күлгә һикерә. "Кем һыу төбөндә оҙағыраҡ торор?", "Теге ярға мин иң беренсе йөҙөп барам, мин!" Дуҫтар донъяларын онотоп, рәхәтләнеп уйынға бирелә. Шул мәлдә кемдеңдер ярҙам һорап ҡысҡырғанын, һыуҙа берәүҙең ҡулдарын ҡайсылап, бер батып, бер ҡалҡып сәйер ҡыланыуын шәйләп ҡалалар.

– Үҙем дә һиҙмәҫтән шул яҡҡа йөҙөп киттем, – тип үткәндәрҙе хәтерләй Башҡорт дәүләт университеты физика-математика факультетының V курс студенты Темур Фәтҡулин. – Барып етеүемә бер кем дә булмағас, төпкә сумдым. Таба алмайым бит. Ҡапыл һул аяғымдың ҡамыш шикелле нәмәгә эләгеүенә һиҫкәнеп, ҡулым менән һәрмәнеп эҙләй башланым – сәс булып сыҡты.
Ярҙамға уның артынан Илһам да ашыға. Ҡыйыу үҫмерҙәр тәне күм-күккә әйләнгән Розалинаны ярға һөйрәп сығара. Ергә ятҡырып, яһалма һулыш алдырғас, ҡыҙ өҙлөкһөҙ ҡоҫа башлай. Унан инде тиҙ генә ауыл фельдшерын саҡыртып, "Ашығыс ярҙам”ға шылтыратҡандар.
Илһам Насретдинов менән бәйләнешкә инә алманыҡ, ул бөгөн Себерҙә эшләй, һөнәре – иретеп йәбештереүсе. Уның ҡарауы, Нуриман районының Нимесләр ауылында ғүмер иткән әсәһе Фәниә Заҡуан ҡыҙы түбәндәгеләрҙе һөйләне:
– Илһам – ғаиләлә өсөнсө бала. Регина, Фәниә апалары, ҡустыһы Айҙар бар. Үҙем ғүмер буйы фермала бил бөктөм, аталары РТП-ла ауыр шофер йөгөн тартты. Эш араһында балаларҙың барыһына ла күркәм тәрбиә бирергә – ололарҙы ололарға, бәләкәстәргә – кеселекле, эргә-тирәләгеләргә иғтибарлы булырға өйрәтергә тырыштыҡ. Илһамға килгәндә, уның гармунда уйнарға теләге бик көслө ине, ҡыҫҡаһы, күңелсәк бала булып буй еткерҙе.
Темур иһә – балалар баҡсаһында эшләгән Рәйлә Фәйзулла ҡыҙының берҙән-бер балаһы. Яңғыҙы тәрбиәләһә лә, ғәзизенә миһырбанлыҡ, киң күңеллелек кеүек изге орлоҡтарҙы сәсә алған әсә кеше.
Розалина Яҡупова тормошҡа сығып, иҫән-һау йәшәп ята, ул ҡотҡарыусыларына бөгөн дә рәхмәтле.



Вернуться назад