Үткәне - данлы, киләсәге - яҡты19.03.2014
Мәктәп... Һәр кемдең оло тормош юлы белем усағынан башлана, мәктәп йылдары юйылмаҫ хәтирәләре менән күңелдә ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдыра. Үҙенең бай тарихы, күренекле шәхестәре менән дан тотҡан Салауат районындағы Байыҡ Айҙар исемендәге Арҡауыл урта мәктәбе күптән түгел үҙенең 75 йыллығын билдәләне.

1876 йылда земство мәктәбе булып асылып, һуңынан ике класлы мәктәп, училище, башланғыс терәк мәктәп, тулы булмаған урта мәктәп статустарын йөрөтә. 1937 йылда районда беренсе булып урта мәктәп итеп үҙгәртелә. Бына инде күп йылдар Салауат районында ул балаларға тулы дөйөм урта белем биреүсе иң абруйлы белем усаҡтарының береһе иҫәпләнә.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан өс Советтар Союзы Геройы – Абдрахман Ғәйфуллин, Алексей Головин, был мәктәптән һуғышҡа алынған уҡытыусы Зөбәй Үтәғолов, Дан орденының тулы кавалеры Фәррух Харисов – мәктәбебеҙҙә патриотик тәрбиәнең юғары кимәлдә булыуына сағыу бер дәлил.
Арҡауыл мәктәбендә уҙған быуаттың 50 – 70-се йылдарында ярты район – Таймыйҙан алып Илтәй, Һарғамыш, Миәшәгәр ауылдарына тиклем балалар йөрөп уҡыны. Сит ауыл балалары өсөн интернат та булды. Бөгөн иһә Арҡауылда туғыҙ ауылдан белем алалар: 68 уҡыусыны көн дә мәктәп автобусы йөрөтһә, 40 бала интернатта йәшәй.
Хаҡлы ялдағы педагогия хеҙмәте ветерандары – ауылдың абруйлы шәхестәре, көтөп алынған ҡунаҡтар. Мәктәптә төрлө йылдарҙа булдыҡлы, эрудициялы мәғрифәтселәр директор булды. 2001 йылдан алып коллективҡа Наилә Бабаджанова етәкселек итә.
Башланғыс кластар уҡытыусыһы Зөлфиә Ҡаһарманова, химия һәм биология уҡытыусыһы Гөлшат Абдуллина, райондың иң яҡшы педагогтары булараҡ, район хакимиәтенең премияһына лайыҡ булды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Руфина Димова – Рәми Ғарипов премияһы лауреаты.
Тәрбиәүи эшкә, балаларҙың һәләттәрен асыуға ла ҙур иғтибар бирелә. Спорт-һауыҡтырыу эше айырыуса юғары кимәлдә ойошторолған. Йәш футболсылар хатта Бөтә Рәсәй турнирында призлы урын алды. Данлы Харис Йосоповтың легендар исеменә лә тап төшөрмәй арҡауылдар, көрәшселәре һәр саҡ уңышлы сығыш яһай.
Был белем усағын хаҡлы рәүештә батырҙар, сәсәндәр, ғалимдар мәктәбе, халыҡ шағиры Рәми Ғарипов, халыҡ уҡытыусыһы Хәнифә Искәндәрова мәктәбе тип әйтергә мөмкин. Ысынлап та, мәктәптең үткәне – данлы, бөгөнгөһө – ышаныслы, киләсәге – яҡты.



Вернуться назад