Старостаның мең мәшәҡәте19.03.2014
Старостаның мең мәшәҡәте
Һөнәре буйынса оҙаҡ йылдар уңышлы эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас та күңеленә хуш килгән шөғөл табып, унан шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек алып йәшәүселәр күп беҙҙең арала. Ғүмеренең алтынсы тиҫтәһен ваҡлаусы Рәүилә Ғәниева – шундайҙарҙың береһе. Ул – Яңы Мошто мәҙәниәт йорто мөдире, бер үк ваҡытта ауыл старостаһы ла.

Инде йәше лә бара, был апайға бер генә вазифа етмәйме икән, тип әйтер кемдер. Хөкүмәт биргән пенсияға шөкөр итеп, өйөндә генә ятһа ни булған, тип тә өҫтәр бәғзеләр. Бәлки, ысынлап та, етәлер, ҡул ҡаушырып өйҙә лә ултырырға булалыр. Тик атаһы – күп йылдар район колхоздарында рәйес булған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғаффан бабайҙан һәм ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған әсәһе Рәхимә әбейҙән күскән эш һөйөүсәнлек, кешеләргә һәм йәмғиәткә файҙа килтереүгә ынтылыш кеүек ыңғай сифаттар бушты-бушҡа ауҙарып ҡына көн итергә ирек бирмәй уға. Рәүилә апай иңдәренә алған бурыстарын һәүетемсә генә башҡармай, уттай янып эшләй. Ауылдаштарын да үҙ артынан эйәртеп, өлгәшелгәндәр менән туҡталып ҡалмай, киләсәккә оло пландар ҡороп йәшәй. Юҡҡа ғына Шушнур ауыл Советының ете старостаһы араһында бер нисә йыл рәттән иң алдынғыһы булып танылмаған бит ул!
Һәр ауылда – бәләкәйме ул, ҙурмы – төрлө проблемалар, тәү ҡарашҡа ваҡ тойолған мәшәҡәттәр һанап бөткөһөҙ. Совет осоронда улар менән шөғөлләнеүселәр ҙә күп ине: колхоз башлығы, ауыл Советы рәйесе, партия, профсоюз һәм комсомол, башҡа күп төрлө ойошмаларҙың ағзалары һәм етәкселәре, милицияның участка инспекторы, мәктәп директоры – һәр кем ниндәйҙер мәсьәлә өсөн яуаплы булды. Хатта мәктәп уҡыусылары ла, “Тимур командаһы”на берләшеп, дөйөм мәнфәғәткә йүнәлтелгән эште башҡарҙы. Бөгөн уларҙың береһе лә юҡ, үҙәктәге чиновниктар уйлап тапҡан ҡулайлаштырыу һылтауы менән ауылдарҙа мәктәптәр ҙә ябыла. Был шарттарҙа бар яуаплылыҡ заман шауҡымы менән барлыҡҡа килгән староста вазифаһының еңел булмаған йөгөн тартыусы иңенә төшә.
– Төҙөкләндереү эштәре менән даими шөғөлләнәбеҙ, – тип һөйләй Рәүилә Ғаффан ҡыҙы. – Урам буйҙарында ҡороған ағастарҙы киҫеүҙе ойошторҙоҡ, йәй көтөүлеккә мал өсөн улаҡ ҡуйҙыҡ. Ауылдаштарҙы бигерәк тә ҡыуандырғаны шул: яңы ҡойо ҡаҙылып йыһазландырылды. “Пар аҡҡош” исеме бирелгән һыу сығанағын асҡан көндә халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәте буйынса йәш киленгә һыу юлы күрһәтеүгә арналған бай йөкмәткеле фольклор тамашаһы ойошторолдо.
Яңы Моштола йыл һайын “Ҡарға бутҡаһы” йолаһы уҙғарыла. Был көн зыяратты таҙартып, тәртипкә килтереүҙән башлана, һуңынан күңел асыу менән тамамлана.
– Календарҙа күрһәтелгән байрамдарҙы билдәләргә тырышабыҙ, – тип дауам итә Р. Ғәниева. – Бигерәк тә ауыл халҡына ҡағылғандарын онотмайбыҙ.
Әңгәмәсебеҙ һүҙҙәренә ҡарағанда, уның ике вазифаһының хәстәр-мәшәҡәттәре бергә үрелеп хәл ителә. Староста булараҡ та, мәҙәниәт йорто мөдире сифатында ла бөтә эштәрҙе башлап йөрөй. Әүҙем ауылдаштары араһынан үҙе уртаҡ тел тапҡан фекерҙәштәренә таяна. Уларҙың беренсеһе – Рәүилә апайҙың тормош иптәше, яҡын-тирәлә генә түгел, республиканан ситтә лә үҙенсәлекле ағас оҫтаһы булып танылған Фирҙәүес Барый улы. Ауылға йәм биреп торған “Пар аҡҡош” ҡойоһон ул биҙәп матурлаған. Балаларынан да уңды Ғәниевтәр. Ауылда үҙ эше менән шөғөлләнгән оло улдары Фәнүр бар сараларҙы үткәреүҙә лә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлап, район мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе булып эшләгән икенсе улдары Редиктың сәнғәткә ғашиҡ ата-әсәһенә методик яҡтан булышлығы ла баһалап бөткөһөҙ. Университетта эколог һөнәрен үҙләштереүсе ҡыҙҙары Таңһылыуҙың кәңәштәре лә ярап ҡала старостаға.
Бер нисә музыка ҡоралында иркен уйнаған, күп төрлө конкурс һәм бәйгеләр лауреаты, дипломанты, гармунсы Фирҙәүесһеҙ мәҙәниәт йорто мөдире ойошторған тамашаларҙы күҙ алдына ла килтереп булмай. Шулай уҡ йырсылар Рәфит Дауытов, Рәмзиә Столова, һигеҙ бала әсәһе Фәүзиә Маннанова, уның педагогия колледжында уҡыған игеҙәк ҡыҙҙары Алһыу һәм Айһылыу ҡатнашлығында матур концерттар менән йыш шатландыра һәүәҫкәрҙәр халыҡты.
– Бар нәмә лә ыңғай, тип әйтеп булмай шул, – тип уфтанып ҡуя Рәүилә Ғаффан ҡыҙы. – Ағиҙел менән Нефтекама ҡул осонда ғына булғас, йәштәр ҡалаға китеп бөттө. Ялға ғына ҡайтып йөрөүселәрҙе дөйөм сараларға йәлеп итеп булмай. Сит мөхиттә үҙ тормоштары менән йәшәгәс, күптәренең быға теләк-ынтылышы ла юҡ. Шаулатып спектаклдәр ҡуйыр инек тә – кеше етешмәй.
Шуға ҡарамаҫтан, мәҙәниәт етәксеһе оло йәштәге йырсы инәй-апайҙарҙың фольклор ансамблен ойоштороу менән мәшғүл. Ситтән килгән артистарҙың ғына түгел, эргәлә ятҡан ҡалаларҙың ижади коллективтары ла оло юл өҫтөндә ултырған ауылды урап үтә – шуға эсе боша уның.
Рәүилә Ғәниеваны ныҡ борсоған тағы бер проблема – ул да булһа халыҡтың эскелеккә һалышыуы. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙың “йәшел йылан” ҡолона әйләнә барыуы хәүефләндерә ауыл башлығын. Шуға ла үҙенең изге хыялын – иман йорто төҙөтөүҙе – мөмкин тиклем тиҙерәк тормошҡа ашырыу теләге менән дә яна.
Юғары уҡыу йортонда уҡымаһа ла, ата-әсәһе, туғандарынан төплө тормош һабаҡтары алып, һуңынан өс тиҫтә йылдан ашыу нефть һәм газ сығарыу операторы булып эшләү дәүерендә ысын мәғәнәһендә “халыҡ университеты” үткән Рәүилә Ғаффан ҡыҙы. Тыумыштан килгән холоҡ-фиғеленә һәм һәләтенә таянып, бәләкәй ауылдың барлыҡ мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Уңыштар юлдаш булһын уға.


Вернуться назад