Яңы проекттар яңы талаптар ҡуя14.01.2012
Былтыр декабрь аҙаҡтарында Интернет селтәренә Рәсәй Президентының ҡушыуы буйынса әҙерләнгән мәғариф мәсьәләләренә ҡағылышлы ике проект тикшереүгә сығарылғайны. "Һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе эҙләүҙең, уларға булышлыҡ итеүҙең һөҙөмтәле механизмын дөйөм милли системаға йәлеп итеү концепцияһы" (http://i-russia.ru/all/docs/9389/) һәм "Мәғариф учреждениелары уҡыусыларын һәм тәрбиәләнеүселәрен туҡландырыуҙың дәүләт стандарты" (http://www.monpit.ru/documents/federal/) тип аталған проекттар мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уларға өҫтәмә тәҡдим индереүселәр, теләктәрен еткереүселәр бихисап. Фекерҙәр төрлө, әлбиттә. Берәүҙәр проекттарҙың тап ил кимәлендә башланғыс алыуын хуплаһа, икенселәр концепцияны камиллаштырыу яғында. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Үрҙә күрһәтелгән сайттарҙа проекттар менән яҡындан танышып, беҙгә хаттар яҙып ебәрегеҙ йәки мәғариф һәм тәрбиә бүлегенә шылтыратығыҙ. Бәлки, һеҙҙең тәҡдимдәрегеҙ һәм төҙәтмәләрегеҙ иң отошлоһо булыр.

Рәмилә ИШЕМҒОЛОВА, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү бүлеге начальнигы:
— Һәләтле балалар һәм йәштәр менән эшләүҙең аныҡ механизмын көйләү — күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Айырыуса һуңғы йылдарҙа баланың һәләтен күреү һәм үҫтереү бурысын бер уҡытыусыға ғына ҡайтарып ҡалдырырға ғәҙәтләнеп барабыҙ, ә был төптән дөрөҫ түгел. Һәләтле бала менән шөғөлләнгән уҡытыусыға ла (педагог булһынмы ул, психологмы) һәйбәт шарттар тыуҙырылырға тейеш. Әлбиттә, проектта бөтә был мәсьәләләр күҙ уңында тотола, әммә тәҡдимдәр ҙә бар. Тәү сиратта ата-әсәләр менән хеҙмәттәшлекте нығытыу зарур. Уҡытыусы — бала — ата-әсә. Ошо сылбыр ныҡ булғанда ғына ниндәйҙер уңыштарға өлгәшергә мөмкин. Унан һуң һәләтле балаларҙы, йәштәрҙе яҡлау, үҫтереү буйынса Федераль үҙәк ойошторорға ваҡыт. Эйе, нәҡ Федераль үҙәк. Шул саҡта төбәктәрҙә лә ниндәйҙер үҙәктәр, филиалдар, координациялау советтары асыуҙың файҙаһы, фәтүәһе буласаҡ.
Сөләймән ВАҺАПОВ, Шишмә районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы:
— Ниндәй генә проект булмаһын, әгәр ул төптән уйлап эшләнгән икән — бик яҡшы башланғыс, әлбиттә. Сираттағы концепциялар менән дә танышып сыҡтым һәм шуны әйтергә кәрәк: былар беҙгә яңылыҡ түгел. Һәләтле балалар менән эш күптән республика кимәлендә яйға һалынған. Районда йыл һайын һәләтле балаларҙың слеты үтә, даими рәүештә төрлө ярыштар ойошторола, конкурстар уҙғарыла. Мәғариф учреждениелары уҡыусыларын һәм тәрбиәләнеүселәрен туҡландырыу мәсьәләһе лә юғары кимәлдә ҡуйылған.
Әлбиттә, проекттар бик ҙур талаптар ҡуя. Хәйер, шунһыҙ ярамай ҙа. Шулай ҙа бер теләк бар: проекттар ҡабул ителә ҡалһа, улар мотлаҡ федераль кимәлдә булырға тейеш. Юҡһа ҡайһы саҡта программалар ил кимәлендә ҡабул ителә лә, уны бойомға ашырыу төбәккә йөкмәтелә. Район ҡаҙнаһы төпһөҙ түгел дә баһа! Беҙҙең районда, мәҫәлән, 20 маҡсатлы программа тормошҡа ашырыла. Һәр ҡайһыһы мөһим, һәр ҡайһыһы халыҡ мәнфәғәтенән сығып төҙөлгән. Әгәр ошо программаларҙың бөгөнгө икәүһе генә лә федераль ярҙам менән тормошҡа ашырылһа, насар булыр инеме ни?

Рафаэль АҘНАҒОЛОВ, педагогия фәндәре докторы, БДУ профессоры:
— Бер проектты ла тота килеп кенә яҡшы тип әйтеп булмайҙыр ул. Һәр башланғыстың ыңғай яҡтары ла, кире яҡтары ла була. Ныҡлы өйрәнергә кәрәк. Миҫал өсөн, туҡланыу мәсьәләһен алып ҡарайыҡ. Сәйәсмәндәрҙең был тармаҡҡа йөҙ бороуын хуплайым ғына, сөнки йәшерен-батырыны юҡ: бөгөн, бигерәк тә ауыл ерендә, күп балалар нәҡ мәктәп ашы менән генә көн күрергә мәжбүр. Әммә миҙалдың икенсе яғы ла бар бит әле — санитар-эпидемиологик ҡағиҙә һәм нормалар (СанПин)... Был йәһәттән бөтә бәлә әлеге лә баяғы директор иңенә төшәсәк. Һәләтле балалар менән дә шулай уҡ. Уҡытыусы үҙе бала кимәленә төшөп, уҡыусыһының күңеленә юл яра алмай икән — бер ниндәй проекттың да файҙаһы булмаясаҡ. Бөтә нәмә уҡытыусынан, уның үҙенең һәләтенән тора. Әйтер һүҙем шул: һәр нәмәне төптән уйлап ҡабул итәйек, берҙәм булайыҡ.

Фәүзиә ҒӘББӘСОВА, мәғариф ветераны, Ағиҙел ҡалаһы:
— "Мәғариф учреждениелары уҡыусыларын һәм тәрбиәләнеүселәрен туҡландырыуҙың дәүләт стандарты" тигән проект менән генә танышып сыҡтым. СанПин бик ҡаты талаптар ҡуя. Хәйер, был дөрөҫтөр ҙә. Юҡһа, бөгөн күп ауыл мәктәптәре мәжлес үткәреү урындарына әйләнеп бара: туйҙар булһынмы, юбилейҙар тиһеңме — бөтәһе лә мәктәп "эскәмйәһенән" башлана... Ә йөҙ кеше ҡунаҡ булып ҡайтып киткән белем усағында ниндәй таҙалыҡ, тәртип тураһында фекер йөрөтөргә мөмкин?!
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА


Вернуться назад