Әсәлек капиталы ярҙам итте19.03.2014
Республикала 108 меңдән ашыу ғаилә әсәлек капиталы аҡсаһын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонған.

76 мең ғаилә капитал ярҙамында торлаҡ кредитын ҡаплаған, 32 меңе уны йорт йәки фатир һатып алыуға, төҙөүгә, реконструкциялауға тотонған. Рәсәйҙең Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, республикала әсәлек капиталына сертификат алған ғаиләләр һаны 180 меңгә етә. Көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға киткән сығым күләме 36,3 миллиард һум тәшкил иткән.
Былтыр ҡануниәткә капиталды файҙаланыу мәсьәләһен көйләгән, уны ҡулаҡсаға әйләндереүгә, маҡсатҡа ярашһыҙ файҙаланыуға бәйле законһыҙ алымдарға кәртә ҡуйған байтаҡ үҙгәреш индерелде.


Вернуться назад