Республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығына, Социаль страховка фондының республикалағы бүлексәһенә һәм башҡа күҙәтеү органдарына хеҙмәт мөнәсәбәттәрен яҙма рәсмиләштермәү, эш хаҡын “йәшерен” таратыу, уны закон менән билдәләнгән күләмдән кәмерәк түләү осраҡтары хаҡында мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Андрей Цибизов әйтеүенсә, ошо ведомстволарҙың һәр береһе үҙ вәкәләттәренә ярашлы сара күрәсәк.
— Айырым осраҡта был дәлилдәр хоҡуҡ һаҡлау органына ебәрелә, — тине ул.
Мәҫәлән, быйыл ғинуарҙа Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан килгән мәғлүмәт буйынса дәүләт инспекторҙары ун тикшереү үткәргән. Өс эш биреүсенең хеҙмәт хаҡын билдәләнгән иң аҙ күләмдән кәмерәк түләүе асыҡланған.
— Сара һөҙөмтәһендә Өфөләге “Мир-Центр”, “Мир-1” һәм “Мастер ТЭН” предприятиелары етәкселеге административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Был ойошмаларҙа ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы закон менән билдәләнгәндән аҙыраҡ бирелгән, — тип хәбәр итте Башҡортостандың Баш дәүләт хеҙмәт инспекторы.