Үҙәккә үтте...19.03.2014
Йыл да матбуғатҡа яҙылыу – төп маҡсаттарымдың береһе. Айырыуса "Башҡортостан"ды үҙ итәм, яҡын күрәм.

Тик бер нәмә аңлашылмай. Ни өсөн йортома гәзит-журналды ваҡытында килтермәйҙәр? Әгәр аҙнаһына бер тапҡыр ҡулыма алһам, был – минең өсөн ҙур шатлыҡ. Йыйылып киткәс, хат ташыусы баҫмаларҙы почта йәшнигенең тишегенә һыйҙыра алмай ыҙа сигә, улар йыртылып бөтә.
78-се почта бүлексәһенә шылтыратып, үҙәгемә үткән мәсьәлә хаҡында етәксеһенә әйттем. "Почтальон булып берәү ҙә эшләргә теләмәй. Сәбәбе – хеҙмәт хаҡы ныҡ түбән", – тине ул.
Яҙыусы Барый Ноғоманов гәзиткә өйө эргәһендәге киоскта яҙылыуы тураһында мәҡәлә баҫтырғайны. Әммә йортом янында киоск юҡ, иң яҡыны тигәне лә Минһажев һәм Революция урамдары киҫелешендә урынлашҡан, ярты сәғәттән ашыу атларға кәрәк.
Рәсәй почтаһы – күптән монополист. Бәлки, уға конкурент табылһа, мәсьәлә ыңғай хәл ителер ине...



Вернуться назад