Өфөнөң Дим районында ҡыйыҡтан ҡар төшөү һөҙөмтәһендә фажиғәләр булған. Район прокуратураһы улар буйынса тикшереү үткәргән.
Асыҡланыуынса, “Техника йорто” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ҡыйығынан инкассатор автомобиленә ҡар ишелеп төшә. Һөҙөмтәлә ике кеше зыян күрә. Дим сауҙа базаһында 51 йәшлек ҡатын да ошо рәүешле имгәнә. Ике осраҡта ла биналарҙы ҡуртымға алыусылар ғәйепле. Улар ҡыйыҡты ваҡытында таҙартмаған.
Район прокуратураһы “Техника йорто” йәмғиәтенә һәм шәхси эшҡыуарға ҡарата административ эш ҡуҙғатты. Әле был биналарҙың ҡыйығы тулыһынса ҡарҙан таҙартылған. Быны ваҡытында эшләп булманымы икән?