Хәрәкәт сикләнә19.03.2014
Һауа температураһының күтәрелеүе, ҡарҙың йылдам иреүе юл япмаһына ла кире йоғонто яһамай ҡалмай.

Шуға күрә “2014 йылда федераль әһәмиәтле дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарында транспорт хәрәкәтен ваҡытлыса сикләү тураһында”ғы фарман проекты нигеҙендә Федераль юл агентлығының Һамар — Өфө — Силәбе автомобиль магистраль идаралығы 1 — 30 апрелдә М-5 “Урал”, Өфө — Ырымбур һәм Өфө ҡалаһын көнбайыштан урап үткән оло юлдарҙа ауыр йөк машиналары хәрәкәтен ваҡытлыса сикләү хаҡында хәбәр итә.


Вернуться назад