Рәсәй федерализмына тәүге аҙым19.03.2014
Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы төҙөлөүе тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыуға иртәгә 95 йыл тула. Был тарихи ваҡиғаның әһәмиәте нимәлә? Ошо һорау менән беҙ бер төркөм тарихсыларға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ — уларға.


Салауат ҠАСИМОВ, тарих фәндәре докторы, профессор:
– Мин был теманы өйрәнеүгә ғилми эшмәкәрлегемдең ҙур өлөшөн бағышланым. Тиҙҙән яңы китап донъя күрәсәк, ул ”Национально-государственное строительство Башкортостана. XX век” тип атала. Бында иң мөһиме тип шуны әйтер инем: Башҡортостан илдә беренселәрҙән булып килешеү буйынса Рәсәй составындағы республикаға әйләнә, тәүге милли Хөкүмәт төҙөлә. Ә ҡалған төбәктәр өѕтән ҡушылғанса эшләргә мәжбүр була. Мин Башҡортостанды ул ваҡыттың һынап ҡарау лабораторияһы тип әйтер инем. Ғөмүмән, тарихтан билдәле булыуынса, Башҡортостан шураһы автономияны 1917 йылдың 15 ноябрендә үк иғлан итә. Көрәш, ҙур тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ арҡаһында ул 1919 йылдың мартында Рәсәй етәкселеге тарафынан да таныла. Беҙҙекеләр үҙ һүҙен һүҙ итә, эшен еренә еткерә.

Нурислам ҠАЛМАНТАЕВ, тарих фәндәре кандидаты, доцент:
– Башҡорт халҡы борон-борондан үҙаллылыҡҡа ынтылған, был – уның үҙаңында. 1917 йылда башҡорт милли хәрәкәте лидерҙары өс ҡоролтай ойоштора. Ә был бер ҙә еңел эш түгел. Төрлө сәйәси алымдар менән улар автономияны тиң хоҡуҡлы килешеү нигеҙендә төҙөүгә өлгәшә. Һис шикһеҙ, илебеҙҙең федератив дәүләт булыуында беҙҙең өлөш ҙур. Был – әле лә көнүҙәк мәсьәлә. Ҡырым ярымутрауы халҡының Рәсәйгә ҡушылырға теләүе осраҡлы түгел. Улар федератив дәүләттә телен дә, мәҙәниәтен дә һаҡлап, артабан үѕешә алыуына ышана.

Рәсих ЗӘЙТҮНОВ, тарих фәндәре кандидаты, доцент:
– Башҡортостан лидерҙары һәм зыялыларының ошо килешеүҙе төҙөүгә өлгәшеүе республикабыҙға артабан үѕешеү өсөн ҙур ғына этәргес булған. Сәйәси яҡтан айырымландыҡ, мәҙәниәтебеҙҙе үѕтерә алдыҡ, ерҙәребеҙҙе һаҡлау мөмкинлеге булды. Иң мөһиме – халыҡ берләште. Элек айырым булған Өфө менән Ырымбур губерналары ҡушылды, тәүҙә Бәләкәй, аҙаҡ Оло Башҡортостан барлыҡҡа килде. Ә “республикабыҙ Рәсәй составында беренсе автономиялы республика булған” тип әйтеүе генә ниндәй ғорурлыҡ! Аҙаҡ барыһы ла беҙҙән үрнәк алған.

Азат ЯРМУЛЛИН, “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексының генераль директоры урынбаҫары:
– Һис шикһеҙ, ата-бабаларыбыҙҙың был аҙымының әһәмиәте ҙур. Ваҡыт үтеү менән ҡараш үҙгәрә, теге йәки был ваҡиғалар онотола. Әммә килешеүҙең Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыуы тураһында онотмайыҡ. 90-сы йылдарҙа был тәжрибә тағы ҡабатланды, вәкәләттәр бүлешеү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды. Башҡортостан автономияһының 90 йыллығы киң билдәләнгәйне. Ни эшләптер быйылғы юбилейға артыҡ ҙур иғтибар бирелмәне.

Зөлхизә ИБРАҺИМОВА, БДУ-ның тарих факультеты студенты:
– Мин Башҡортостандың был йәһәттән “тәүге ҡарлуғас” булыуы менән сикһеҙ ғорурланам. Беҙҙең ата-бабалар алға, киләсәккә ҡарап йәшәгән, ваҡытлы һәм дөрөѕ ҡарар ҡабул иткән. Ил кимәлендә лә быны танырға, башҡорт халҡының Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыуын юғары баһаларға кәрәк тип иѕәпләйем.
Әлфиә МИҢҒӘЛИЕВА
яҙып алды.


Вернуться назад