[/right]
Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары, эске хеҙмәт полковнигы Сайфун Сәғәҙәткирәй улы Аҡъюлов – тәжрибәле белгес: хеҙмәт юлын эске эштәр органдарында 1980 йылда башлаған, байтаҡ дәүләт наградаларына лайыҡ булған. Оҙаҡ йылдар Салауат ҡалаһындағы 4-се ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына етәкселек иткән. Ғөмүмән, енәйәтселәр психологияһын биш бармағы кеүек белә, донъяға айыҡ аҡыл, аныҡ фекер менән баҡҡан кеше. Уның менән тармаҡ үҙенсәлектәре, проблемалары, хәүефле кешеләрҙе йәмғиәттән сикләү өсөн күрелгән саралар, уларҙың йәшәйеше өсөн тыуҙырылған шарттар һәм башҡа ғәмәлдәр тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Сайфун Сәғәҙәткирәй улы, һеҙ эшләгән тармаҡтың үҙенсәлектәрен ҡәҙимге кеше бик белеп тә бөтмәй. Халыҡта һеҙҙең хаҡта "төрмә һаҡсылары" тигәнерәк фекер йәшәй...
– Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең төп маҡсаты – Рәсәй Федерацияһы закондарына ярашлы, енәйәт ҡылған өсөн яза ғәмәлен тормошҡа ашырыу, енәйәттә ғәйепләнеүселәрҙе, шиклеләрҙе һәм хөкөм ителеүселәрҙе һаҡ аҫтында тотоу; енәйәт язаһы кисектерелгәндәрҙең, шартлы хөкөм ителгәндәрҙең тәртибен күҙәтеү; һаҡ аҫтындағыларҙың законлы мәнфәғәттәрен, иркен һәм хоҡуғын һаҡлау; яза башҡарыу учреждениеларында һәм тикшереү изоляторҙарында законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен, хөкөм ителеүселәрҙең, шулай уҡ енәйәт-яза башҡарыу системаһында эшләүселәрҙең, ошо учреждениеларға килгән граждандарҙың һәм вазифалы кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү; хөкөм ителеүселәрҙе һәм һаҡ аҫтына алынғандарҙы һаҡлап оҙата барыу, РФ граждандарын һәм гражданлығы булмағандарҙы ил биләмәләренә конвой менән оҙатыу, сит ил граждандарын һәм гражданлығы булмағандарҙы экстрадициялау; хөкөм ителеп, һаҡ аҫтына алынғандарға халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларына, РФ закондарына ярашлы йәшәү шарттары булдырыу, хөкөм ителгәндәргә социаль яраҡлашыуҙа ярҙам итеү, Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең төбәк органдары йәки уның ҡарамағындағы учреждение менән идара итеү.
Ошо рәсми бурыстар көн һайын енәйәтселәр менән күҙгә-күҙ осрашып аралашыуҙы, уларҙың тормошо, киләсәге өсөн яуаплы булыуҙы, хеҙмәткәрҙәрҙең эшен дөрөҫ һәм теүәл ойоштороуҙы аңлата. Килешерһегеҙ: был енәйәт-яза башҡарыу системаһында эшләгән, яуаплы вазифа биләгән кешенән физик һәм психологик яҡтан көслө, ныҡлы, тотороҡло булыуҙы, айыҡ аҡыл менән эш итеүҙе, хис-тойғоларыңды йүгәнләй белеүҙе талап итә.
– Яза башҡарыу системаһында эшләү өсөн ни тиклем сабырлыҡ талап ителгәнен, ысынлап та, үҙегеҙ генә беләһегеҙҙер, моғайын... Ғөмүмән, көндән-көн йәмғиәттең кире күренештәре хаҡындағы мәғлүмәтте барлау, кешелеккә зыяндан башҡа бер яҡшылыҡ күрһәтмәгән шылғаяҡ заттар менән эшләү булмышта сағылмай ҡалмайҙыр.
– Һәр кем үҙ эшен күңел һалып башҡарырға, һөнәрен яратырға тейеш. Әгәр ҙә хис-тойғоға бирелеп, һәр мәғлүмәт буйынса ауыр уйҙарға батып ултырһаң, әлбиттә, был күңелдә сағылыш тапмай ҡалмайҙыр. Беҙҙең эш законға ярашлы теүәллек, аныҡлыҡ талап итә, ҡануниәттән тайпылырға хаҡыбыҙ юҡ. Әммә йәшермәйем: хеҙмәткәрҙәр психологик күнекмәләр, реабилитация курстары үтә, рухи яҡтан сынығыу алымдарын өйрәнә – шунһыҙ булмай.
– "Хужалыҡ" күләме хаҡында бер кәлимә һүҙ әйтеп үтһәгеҙсе, зинһар.
– Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы – Рәсәй субъекттары араһындағы ошондай ойошмаларҙың иң ҙурҙарының береһе. Төбәктәге енәйәтселек-яза башҡарыу системаһына 12 холоҡ төҙәтеү колонияһы, биш тикшереү изоляторы, берәр тәрбиәләү колонияһы, дауалау-холоҡ төҙәтеү, дауалау-иҫкәртеү учреждениелары инә, шулай уҡ 68 енәйәт-башҡарыу инспекцияһы эшләй.
Әлеге ваҡытта республикала 17 647 кеше һаҡ аҫтында, шул иҫәптән 3 478 кеше тикшереү изоляторҙарында тотола. Бынан тыш, иркенән мәхрүм ителмәйенсә яза алған, енәйәт-яза башҡарыу инспекцияларында иҫәптә торғандарҙың һаны 16 704-кә етә.
– Һеҙҙең эшмәкәрлек ниндәй күрһәткестәр буйынса баһалана?
– Улар күп: енәйәттәрҙең махсус иҫәбе кимәле, һаҡ аҫтынан ҡасыу осраҡтары, штат теүәллеге, иркенән мәхрүм ителгәндәрҙе эшкә урынлаштырыу, медицина хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм башҡа үҙенсәлектәр иҫәпкә алына. Эштең яҡшы ойошторолоуын билдәләп үтеү фарыз: Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы илебеҙ буйынса алдынғылар иҫәбендә.
– Енәйәтселәрҙең тимер рәшәткә артындағы тормошо хаҡында тар фекерләргә күнеккәнбеҙ: йәнәһе, улар таш диуарҙа бикле ултыра, хәрәкәт итеү, аралашыу мөмкинлектәре сикләнгән һәм башҡалар...
– Был хаталы фекерҙе телевизорҙан күрһәтелгән нәфис фильмдар ҙа ҡеүәтләп ебәрә, етмәһә. Теория буйынса, бәлки, камил йәмғиәт булалыр: унда насар ниәтле, ҡара уйлы кешеләргә бөтөнләй урын юҡ. Әммә ысынбарлыҡ икенсе: ҡанһыҙлыҡ, рәхимһеҙлек миҫалдары менән көн һайын күҙгә-күҙ осрашырға, кире күренештәр хаҡында ишетергә-күрергә тура килә. Әлбиттә, кешелек ҡиммәттәрен һанға һуҡмаған, йәмғиәт ҡанундарын боҙған енәйәтселәр язаһын алырға тейеш, әммә шул уҡ ваҡытта беҙ уларҙың йәмғиәттең бер өлөшө икәнлеген дә инҡар итә алмайбыҙ. Ябай кеше күҙлегенән баһалағанда, беҙҙең хеҙмәттең төп йүнәлеше ошо – ҡануниәтте хөрмәт иткән, дөрөҫ тормош алып барған граждандарҙы шул кире күренештәрҙән һаҡлау-ҡурсалау, ә енәйәт эшләгән кешеләргә ҡылығын баһалау, намыҫ ғазаптары кисереү, уйланыу, тәүбәгә килеү мөмкинлеген биреү. Әммә төрмә ял урыны түгел. Беренсенән, һәр енәйәтсенең белем алырға хоҡуғы бар. Тимәк, иректә төшөнмәгәнде колонияла аңларға, төп дөйөм белем алырға тура киләсәк. Һөнәр үҙләштерергә теләгәндәр өсөн махсус профессиональ училищелар эшләй. Бында йәш буйынса сикләү юҡ: теләк булһа, иретеп йәбештереүсе, электрик, балта оҫтаһы һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса белем алырға мөмкин. Икенсенән, һәр кем хеҙмәткә хоҡуҡлы. Артабан белемле-һөнәрле кешенең колониялағы предприятиеға урынлашыу мөмкинлеге арта. Холоҡ төҙәтеү колонияларындағы эш урындарына килгәндә, махсус автомобилдәр, йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары өсөн ҡорамалдар, төҙөлөш материалдары, йорт йыһаздары, электр тауарҙары етештерәләр, ағас эшкәртәләр, кейем-һалым тегәләр. Дөйөм алғанда, Башҡортостан биләмәһендәге махсус учреждениеларҙа 500-ҙән ашыу төрлө тауар етештерелә һәм сауҙа селтәрҙәренә сығарыла.
– Быларҙан тыш, күпселек колонияларҙың ярҙамсы хужалыҡтары булыуы ла мәғлүм...
– Эйе, махсус учреждение биләмәләрендә малсылыҡ, үҫемлекселек менән шөғөлләнәләр, үҙҙәрен аҙыҡ-түлек менән тәьмин итәләр. Үрҙә әйтелгәндәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн берҙән-бер шарт – көн тәртибен теүәл үтәү, учреждение хеҙмәткәрҙәрен тыңлау һәм буйһоноу. Режим үҙенсәлектәре иһә хөкөм ителеүсенең статьяһынан сығып билдәләнә, шулай уҡ холоҡ үҙенсәлектәре, һаулыҡ торошо иҫәпкә алына. Әйткәндәй, агрессив, баш бирмәгән енәйәтселәр, учреждение тәртибен боҙорға маташыусылар күп түгел, улар ҡаты күҙәтеү аҫтында тотола, режим тыныслығы ҡәтғи һаҡлана.
– Хеҙмәт – тәрбиәүи сара, тигән фекер бәхәсһеҙ, шулай ҙа кеше булмышына рухи кисерештәр ҙә талап ителә.
– Енәйәтселәрҙең яңылыҡтар менән танышыу, күңел талаптарын ҡәнәғәтләндереү мөмкинлеге бар: улар телевизор ҡарай (әлбиттә, программалар даирәһе сикләнгән), китап уҡый, матбуғат менән таныша. Учреждение хеҙмәткәрҙәре тарафынан әхлаҡи-тәрбиәүи эш алып барыла: лекциялар үткәрелә, махсус фильмдар күрһәтелә. Бәғзеләргә һәләттәрен күрһәтеү мөмкинлеге бирелә: ҡайһы бер колонияларҙа вокаль-инструменталь ансамблдәр, театр төркөмдәре ойошторолған, улар байрамдарҙа сығыш яһай. Төрлө сувенир, уйынсыҡ яһаусылар ҙа бар.
Башҡортостандың яза башҡарыу учреждениеларында рухи ҡиммәттәргә иғтибар ҙур: 2005 йылда Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Салауат ҡалаһындағы 4-се ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында һәм 2009 йылда Шакша биҫтәһендәге шундай уҡ учреждениела мәсет һәм сиркәү асылыуы – ошоға асыҡ дәлил. Күптән түгел иһә Мәләүездәге колонияла ла иман йортона нигеҙ ташы һалынды. Ҡорамдарҙы хөкөм ителеүселәр үҙҙәре төҙөй. Был эште улар ихлас, үҙ теләге менән башҡара. Бәлки, кемдер ошо юл менән гонаһын юйырға теләйҙер, бәғзеләрҙең ваҡытты тиҙерәк үткәреү, дәрт-дарманын сарыфлау өсөн ҡатнашҡанын да инҡар итмәйем. Иллә-мәгәр, мәсет тә, сиркәү ҙә шартына еткерелгән, иң мөһиме – унда дини йолаларҙы үтәргә, күңел тыныслығы табырға йөрөүселәр бихисап. Ошо йәһәттән, махсус учреждениеларҙа иман йорто булдырыуҙың әһәмиәтен ифрат юғары баһалайым.
– Һуңғы йылдарҙа яза башҡарыу системаһы үҙгәрештәр кисерә. Күптән түгел, мәҫәлән, ил етәкселеге кимәлендә 2020 йылға тиклем реформа үткәреү мәсьәләләре тикшерелде.
– Ғөмүмән, йәмғиәттә үҙгәрештәр ҙур тиҙлек менән бара. Көн һайын ниндәйҙер яңылыҡ, алға китеш күҙәтелә. Ошонан сығып, яза башҡарыу системаһы ла бер урында тормаҫҡа, камиллашырға тейеш, сөнки беҙҙең идаралыҡ үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнай алмай, ул – йәмғиәттең бер өлөшө, ундағы үҙгәрештәр, көҙгө кеүек, бында сағыла. Әлбиттә, мәғлүмәт күп, фекерҙәр төрлө: үҙгәрештәр енәйәтселәрҙең көнитмешен еңеләйтер, яза алыуҙан ҡурҡыуҙы кәметер, тигәнерәктәре лә бар. Ошонан сығып, түбәндәгеләрҙе әйтеп үтке килә: беренсенән, яза башҡарыу хеҙмәте – закондарҙы үтәүсе, беҙҙең ил ҡануниәтенән тайпылырға хаҡыбыҙ юҡ. Тимәк, енәйәтселәрҙең яҙмышын Хөкүмәт хәл итә. Икенсенән, ҡануниәтте камиллаштыраһы урындар бар, сөнки, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы ваҡытта бер тоҡ ҡатнаш аҙыҡ йәиһә кеҫә телефоны урлағандар ҙа бер нисә йылға ауыр енәйәт яһағандар янына эләгә, яңы шарттар шәхестә психологик үҙгәрештәр тыуҙыра, һөҙөмтәлә бәғзеләрҙә, хатаһын аңлау һәм тәүбәгә килеү урынына, йәмғиәткә ҡарата асыу тойғоһо уяна. Етмәһә, эргәһендәге "тәжрибәле" кешеләрҙең йоғонтоһона эләгеүе ихтимал. Шуға күрә, минеңсә, ауыр енәйәт ҡылғандарға ҡарата закон тағы ла ҡатыраҡ булырға (педофилдар, кеше ғүмерен ҡыйыусыларға, мәҫәлән), ә тәүге тапҡыр, бәлки, яңылышлыҡ, бәлки, хәл-ваҡиғалар тәьҫире аҫтында ҡылынған енәйәттәр өсөн бүтәнсәрәк яза ҡаралырға тейеш.
– Был йәһәттән яза биреүҙең ҡайһы бер яңы ысулдарын нисек баһалайһығыҙ?
– Миҫал өсөн, енәйәт ҡылған кешенең йәшәгән урынында уҡ яза бирергә мөмкин. Әле Башҡортостанда 118 кешегә ҡарата шундай ысул ҡулланыла: енәйәтсегә махсус ҡорамал беркетелә һәм уның хәрәкәте тәүлек әйләнәһенә контролдә тотола тигән һүҙ. Ҡайһы берәүҙәргә өйөнән сығырға ярамай, бәғзеләрҙең иһә үҙе йәшәгән ауыл йәки ҡалала йөрөргә хоҡуғы бар. Әлбиттә, бындай яза еңелерәк енәйәттәр өсөн бирелә: был иҫәпкә алимент түләмәүселәр, юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле булыусылар, ваҡ-төйәк әйбер сәлдереүселәр, йәғни енәйәтте яуыз уйһыҙ башҡарыусылар инә. Миңә ҡалһа, был бик уңышлы алым: беренсенән, тимер рәшәткә артына бикләүгә ҡарағанда, кешелеклелек талаптарына яуап бирә; икенсенән, дәүләт сығымдары аҙыраҡ була – колонияла кешеләрҙе ашатырға, кейендерергә, ғөмүмән, уның көнкүреше өсөн шарттар тыуҙырырға кәрәк; өсөнсөнән, кеше енәйәтселәр донъяһы йоғонтоһонан азат була.
– Республикала ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус учреждение юҡ...
– Стәрлетамаҡтағы колония участкаһында 100 кешелек отрядты иҫәпкә алмағанда, енәйәт ҡылыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙы илдең башҡа төбәктәренә оҙаталар. Мәҫәлән, Сыуаш Республикаһында, Рязань өлкәһендә махсус учреждениелар бар.
– Иреккә сыҡҡан кешеләрҙең яҙмышын күҙәтеү мәсьәләһе һеҙҙең хеҙмәткә ҡағыламы?
– Юҡ, был беҙҙең вазифала түгел, әммә оҙаҡ йылдарын тимер рәшәткә артында үткәргән, йәмғиәт йәшәйешенән алыҫлашҡан ҡайһы бер кешеләрҙең артабанғы тормошонда ҡатнашлыҡ күрһәтергә тура килә. Нисек кенә булмаһын, төрмәнән сыҡҡан кешегә йәмәғәтселек шик менән ҡарай, уның менән аралашмаҫҡа, уртаҡ ғәмәлдәрҙә ҡатнашмаҫҡа тырыша. Кисәге енәйәтсегә эшкә урынлашыу ҙа бик ауыр. Ҡайһы берәүҙәрҙең документтары булмай, тимәк, кеше дауаханаға ла мөрәжәғәт итә алмай тигән һүҙ. Ошо йәһәттән иреккә сыҡҡандар өсөн социаль яраҡлашыу үҙәктәре ярҙамға килә. Бындай хеҙмәт Өфөлә һәм Салауат ҡалаһында күрһәтелә. Бында һәр кем мөрәжәғәт итә ала. Барыр ере булмағандарға урын бүленә, документтар юллауҙа ярҙам күрһәтелә, медицина учреждениеларында бушлай тикшереү һәм дауаланыу үткәреүгә юллама бирелә, шулай уҡ эшкә урынлаштырырға ла булышлыҡ итәләр.
– Колонияларҙы "холоҡ төҙәтеү" учреждениеһы тип билдәләү, һеҙҙеңсә, дөрөҫлөккә тап киләме? Ғөмүмән, белгес күҙлегенән ҡарағанда, был атаманың ни тиклем шартлы икәнлеген нисек баһалайһығыҙ?
– Оҙаҡ йылдар ошо системала эшләгән кеше булараҡ, әлбиттә, мин дә "төрмә романтика"һы булмауын, ысынбарлыҡтың шансон йырҙарындағы мажаралы тормоштан бик алыҫ тороуын билдәләп үткем килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тайғаҡ юлға баҫҡандарҙың холҡон төҙәтеү мөмкин түгел, быға ышанмайым да. Халыҡ мәҡәлендәгесә: "Бөкөрөнө ҡәбер генә төҙәтә"... Шулай ҙа, тимер рәшәткә артында булғандан һуң, кешелә тотҡонлоҡҡа ҡарата ытырғаныу тойғоһо тыуырға һәм бында ҡабаттан эләкмәҫ өсөн ул ҡануниәткә ярашлы тормош рәүеше алып барырға, хаталанмаҫҡа тырышырға тейеш, тип уйлайым. Ғөмүмән, һәр кеше, әгәр ҙә ғүмеренең ҡәҙерен белә икән, ирекһеҙ яҙмыштан ҡурҡа, кешелек ҡиммәттәренән тайпылмай һәм һәр ваҡыт иҫендә тота: ҡылыҡтарың өсөн ҡасан да булһа яуап бирергә тура киләсәк! Кемдер урланған бер тоҡ мал аҙығы өсөн яуап бирә, бәғзеләр – миллиондар өсөн... Әлеге ваҡытта тикшереү изоляторында ултырған олигарх Виктор Батуринды ғына алайыҡ. "Донъя – минең аяҡ аҫтында" тип йәшәгән ҡалын кеҫәле уҙаман әлегә күтәренке рухын юғалтмай, әлбиттә. Хатта матбуғатта: "Илдә тәртип булған урындар бик аҙ, шундайҙарҙың береһе төрмә икән. Аптыраҡ, әммә был, ысынлап та, шулай", – тигән һүҙҙәре лә күренеп ҡалды. Яза башҡарыу системаһы тәртип мәсьәләһендә ҡәтғилек һәм теүәллек талап итә – шуға ла ул төрмә. Әммә бында бер кемгә лә эләгергә яҙмаһын тип теләр инем.
[right]
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА