Йышыраҡ ҡыҙыҡһындырайыҡ19.03.2014
Бөгөн үҫмерҙәр, нигеҙҙә, телевидение һәм Интернетты өҫтөн күрә, буш ваҡыттарында уларҙан айырыла алмай. Шуға күрә лә, нисек кенә матур тышлы һәм бай йөкмәткеле булмаһын, әҙәби китап менән гәзит-журналды ҡулдарына алып уҡыусылар һирәк.

Ләкин үҙ республикаһында һәм туған телендә нәшер ителгән баҫмаларҙы һәр бала яҡшы белергә, уларҙы уҡырға тейеш. Красный Холм ауылы китапханаһында “Матбуғат — беҙҙең тормошобоҙҙа” тигән конференция шул маҡсатта ойошторолдо ла инде. Китапханасы Рәшиҙә Шәймөхәмәтова 2-се урта мәктәптең V класс уҡыусыларын матбуғат тарихы, балалар баҫмалары менән ентекле таныштырҙы. Шулай уҡ республикала сыҡҡан гәзит-журналдар, уларҙың йөкмәткеһе тураһында ла байтаҡ мәғлүмәт бирҙе. Ваҡытлы матбуғат баҫмаларын дөрөҫ уҡырға өйрәнһендәр өсөн брошюра таратылды. Уҡыусылар анкета һорауҙарына ла ихлас яуапланы. Ошондай саралар кәрәк, улар йышыраҡ булһа, тағы ла һәйбәтерәк.
Конференцияла ҡатнашҡан үҫмерҙәр гәзит-журналды күберәк уҡыу, ысынлап та, белемде арттыра, мәғлүмәтле итә тигән һығымта яһаны.



Вернуться назад