Белорет районының Яңы Хәсән ауылында йәшәгән Сәмсүнә менән Мөсәлләм Фәйзуллиндарҙың 1958 йылда ҡыҙҙары донъяға килә, уға Зилә тип исем ҡушалар.
Мәктәпте тамамлағас, Зилә Белорет медицина училищеһына уҡырға инә. Бер аҙ Өфө ҡалаһында эшләгәс, ул туғандары янына, тыуған ауылына ҡайта. 1984 йылда була был хәл. Тырыш, тәжрибәле ҡыҙҙы Инйәр дауаханаһы баш табибы ҡуш ҡуллап эшкә ала. Ул әле лә участка дауаханаһында өс тиҫтә йыл яҡташтарына тоғро хеҙмәт итә.
Зилә Мөсәлләм ҡыҙы, Ғайса Мөфтәхетдинов менән тормош ҡороп, Инйәр ҡасабаһында төпләнә. Бер-береһен яратҡан йәштәр Резеда исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Әле ул Өфө ҡалаһындағы юғары уҡыу йорттарының береһендә белем ала.
Эшендә Зилә ханым ихтирамға лайыҡ. Ярҙам һорап килеүсене һәр саҡ ихлас тыңлай, бер ваҡытта ла кире бороп ебәрмәй. Рәхмәт уға! Ул эш урынында тырыш хеҙмәткәр генә түгел, өйҙә яҡшы хужабикә лә. Йәйге миҙгелдә баҡсаһы төрлө сәскәләргә күмелеп ултыра. Ғөмүмән, был ғаилә һәр яҡлап күрше-тирәгә өлгө булып йәшәй.
Зилә Мөсәлләм ҡыҙының күрше Яңы Хәсән ауылында йәшәгән оло йәштәге әсәһе Сәмсүнә Кинйәғәле ҡыҙы янына ҡайтып, хәлен белергә лә ваҡыт табалар. Күптән мәрхүм булған атаһы Мөсәлләм Мөхәмәт улы ғүмере буйы Инйәр леспром-хозында ағас ҡырҡты.