"Урожай" ауыл хужалығы кооперативы һауынсыһы Рита Рафиҡова районда һөт һауып алыу буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Егерме йыл эшләү дәүерендә ул һәр ваҡыт алдынғылар сафында. Бәләкәй сағында, әхирәттәре кеүек, матур ҡала тормошо тураһында хыяллана. Училищела уҡып, крансы һөнәрен үҙләштерә. Баш ҡалала йорттар төҙөй, киләсәктә Өфөлә үҙ фатирымда йәшәрмен тип уйлай. Әммә Әпсәләм ауылы егете менән осрашҡандан һуң, уның бөтә уй-хыялы үҙгәрә. Ул Рафиҡовтарҙың татыу ғаиләһенә килен булып төшә. Үҙенең һөнәре тураһында ла оноторға тура килә, фермаға һауынсы булып урынлаша.
— Мин элек һыйырҙы һәр ҡатын-ҡыҙ һауа ала тип уйлай инем. Уның ифрат ауыр хеҙмәт икәненә төшөндөм. Барыһы ла сыҙамай, көслө ихтыярлы булырға кәрәк. Бер нисә йыл эшләп ҡарағандар, ғәҙәттә, пенсияға ҡәҙәр ҡала, — тип һөйләй Рита Марс ҡыҙы.
Бөгөн Әпсәләм һөтсөлөк фермаһында етештереүсәнле хеҙмәт өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Шуның өсөн һөҙөмтәләр ҙә бар. Тулайым һауым — 52 мең центнерҙан күберәк.
Рита Рафиҡова районда үткәрелгән машина менән һыйыр һауыу оҫталары конкурсында бер нисә тапҡыр призлы урын яулай.
— Һәр эштә уңыштың сере ябай: ялҡауланмаҫҡа кәрәк, — ти алдынғы һауынсы.
Ире — 36 йыл эш стажы булған механизатор Рамай Рәсхәт улы ла шундай уҡ фекерҙә.
— Иртәнге биштән беҙ аяҡ өҫтөндә. Үҙебеҙҙең хужалыҡта ла мәшәҡәт етерлек. Һыйырҙарҙы ла, ҡаҙҙарҙы ла ваҡытында ҡарарға кәрәк, — тип хуплай ул ҡатынының һүҙен.
Ир менән ҡатын былтыр өй туйланы. Хужалар ҡунаҡтарға һәм туғандарға һәр ваҡыт шат. Рафиҡовтар тир түгеп эшләй ҙә, күңелле итеп ял итә лә белә.