Афған ташына ла тарих яҙған батырҙар19.03.2014
Сирек быуат үтһә лә, йөрәктәргә һалынған яралар бөгөн дә уңалып бөтмәй. Улар туҡтауһыҙ һыҙлап, үҙҙәренең барлығын белдереп, иѕкә төшөрөп тора кеүек. Лицей-интернатыбыҙҙа Афған һуғышы яугире Мөнир Латипов менән осрашыуҙан һуң ошондай һығымтаға килдем.

Мөнир Нил улы оҙаҡ йылдар географиянан уҡыта. Әммә был кисәлә ағайыбыҙҙы бөтөнләй икенсе яҡтан астыҡ. Осрашыуҙа ул, үҙенең Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын үтәп, аяуһыҙ һуғыш михнәттәрен үтеүе тураһында һөйләне.
– Әҙерлек курсынан һуң бер төркөм һалдатты поезд көньяҡҡа алып китте. Командирҙар Афғанстанға инәсәгебеҙҙе алдан уҡ иѕкәртеп ҡуйҙы. Йәшлегебеҙ менәнме икән, ҡурҡыныс болғауырға эләгеребеҙгә көйөнмәнек. Барырбыҙ ҙа тиҙ генә әйләнеп ҡайтырбыҙ, тип уйланыҡ. Ил сиген уҙғас, беҙҙең колонна уйһыулыҡ иңләп һуҙылды. Тынлыҡҡа ҡолаҡ һалһаң, был илдә һуғыш бара тип уйламаѕһың да. Төпкәрәк барған һайын емерелгән, янып эштән сыҡҡан хәрби техниканың артыуы йөрәккә шом өѕтәне шулай ҙа. Уйһыулыҡ буйлап хәрби вертолеттар оҙатҡас, беҙгә артыҡ ҙур хәүеф янаманы, тейешле позицияға иѕән-һау килеп еттек.
Әлбиттә, төрлө саҡ булды. Барыһын һөйләп бөтөрөп тә булмай, ярамай ҙа. Шуны әйтке килә: командирҙарыбыҙ ныҡ булды, уларға рәхмәт. Бынан тыш, беҙ, төрлө милләт егеттәре, бер атай балалары кеүек берҙәм инек, үлем менән йөҙгә-йөҙ осрашҡанда ла бергә булдыҡ. Аслыҡты ла, йоҡоһоҙлоҡто ла уртаҡ кисерҙек, бар ауырлыҡты үткәрҙек. Бына-бына ҡайтып китербеҙ тигән ышанысыбыҙҙың һәр сәғәте – көнгә, көнө айға һуҙылды. Тормош тәмен, ғүмер ҡәҙерен беҙ ошонда аңланыҡ. Йәл, күп дуѕтарҙың ҡаны сит ерҙә түгелде. Уларҙың батырлығына һоҡланам, рухтары алдында баш эйәм. Ил ҡушҡан бурыстарын намыѕ менән үтәнеләр, – тип тамамланы сығышын Мөнир Нил улы.
Осрашыу барыһына ла бик оҡшаны. Класташтарым да Мөнир ағайға һорауҙар яуҙырҙы, аҙаҡ та янынан оҙаҡ таралыша алмай торҙоҡ.
...Күңелемдә бер хис барлыҡҡа килде: яҡташ яугирҙәр менән сикһеҙ ғорурланам мин! Эйе, Урал ташына ғына түгел, Афған ташына ла тарих яҙған батырҙар улар, бурыстарын намыѕ менән башҡарған яугирҙәр.
Әлфиә СОЛТАНОВА,
В. Ленин исемендәге
2-се лицей-интернат уҡыусыһы.


Вернуться назад