Үҙең ғәйепле, Рәғиҙә19.03.2014
(Әлиә Булатова, "Бәхет өсөн көрәштем", 2014 йыл, 29 ғинуар)

Йә, "бәхет өсөн көрәштем", тиһең инде, Рәғиҙә туғаным? Көрәшмәгәнһең шул һин, ағым ыңғайына аҡҡанһың. Бала сағыңда әсәйең дә башҡа милләткә сығыуҙың, эсеүҙең ниндәй һөҙөмтә бирәсәген аңламаған, рухыңды ла тәрбиәләмәгән.

Бер балаң булғас та, аңың үҫмәгән — эскегә бирелгән урыҫ иреңдән кәмселекле бала тыуыр тип ҡурҡмағанһың. Бәхетең килгән булған — ул Фәрғәт, уны ла аңламағанһың, ҡулыңдағыны ҡәҙерләмәгәнһең. Барына ҡәнәғәт була белмәгәнһең. Һин ҡыҙыңа өлгө булмағанһың, уға ла йүнле тәрбиә бирә алмағанһың. Яңылышлыҡтарың, туғаным, берәү генә түгел шул. Тормошоңдо үҙең боҙғанһың.
Һинең яҙмышың ошо мәҡәләне уҡыған йәш ҡыҙҙарға фәһем булһын ине.


Вернуться назад