Китмәһен, эшләй генә күрһен18.03.2014
Китмәһен, эшләй генә күрһен
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә йыш ҡына таяҡтың йыуан башы төшөүсән. Халыҡ бигерәк тә хеҙмәтләндереү сифатына зарлана. Ә бына Иглин районының Сабаҡай ауылында, киреһенсә, фельдшерҙарының эшенән ҡәнәғәттәр. "Берүк кенә беҙҙә ҡала күрһен", — тиҙәр.

Фельдшер-акушерлыҡ пунктын заманса тип атарлыҡ түгел әле. Әммә һәр кемде асыҡ йөҙ менән ҡаршы алған, хәленә инә белгән медицина хеҙмәткәре булғанда ҡайһы бер уңайһыҙлыҡтар ҙа, бинаның бәләкәйлеге лә, моғайын, күҙҙәренә салынмайҙыр.
Ауыл ҙур түгел, ни бары 200-ҙән ашыу кеше йәшәй. Шулай ҙа табипҡа йыл әйләнәһенә эш етерлек: йәш ғаиләләр ишәйгәс, тыуым арта, һаулығы ҡаҡшап, хәлдәре ауырлашҡандар ҙа иң элек урындағы медицина хеҙмәткәренә мөрәжәғәт итә. Саҡырыу алыу менән, билдәле, ауырыу эргәһенә ашыға фельдшер.
Надежда Касюкты күптәрҙең үҙ һаулығына етди ҡарамауы борсой. Мәҫәлән, диспансер күҙәтеүе үткәргәндә өй һайын йөрөп аңлатырға, район табиптарына барып күренергә күндерергә тура килгән. Өлкәндәр араһында ҡан баҫымына бәйле сирҙәрҙән яфаланыусылар күп, улар иһә көн һайын тигәндәй мөрәжәғәт итә, һаулыҡтың ҡәҙерен аңлай. Шулай уҡ остеохондроз, радикулит сиренән йонсоусылар ҙа байтаҡ, уларға ла һәр саҡ кәрәк медицина ярҙамы. Фельдшер башланғыс мәктәп уҡыусыларының сәләмәтлеген дә күҙәтә, сабыйҙарҙың һаулыҡ торошо өсөн дә яуаплы. Район табиптары график буйынса килеп ҡабул итә, әлбиттә, шулай ҙа урындағылар өсөн Надежда Николаевна — иң ышаныслыһы. Уға өҫтөнлөк биреүҙәренең сәбәбе бай тәжрибәле булыуында ғына түгел: һәр кемде аңлап, күңеленә юл таба белгән матур сифаттары өсөн дә яраталар. Фельдшерлыҡ стажы ла ярайһы ҙур — 36 йыл, шуның алты йылын Сабаҡайҙа эшләй. Хәйер, Балтика ауылында фельдшер булған сағынан уҡ уны яҡшы беләләр.
— Ауылда ауырлыҡтар күп инде ул. Әле Балтиканан йөрөп эшләйем. Ҡасан саҡырһалар ҙа, ярҙамға ашығам, сөнки шулай күнеккәнмен. Халыҡтың мөнәсәбәте һәйбәт, үҙемә ҡарата ихтирам тойғас, тағы ла яуаплыраҡ ҡарайым эшемә, — тине ул үҙе тураһында һөйләгәндә, тыйнаҡ ҡына итеп.
— Надябыҙ яғымлы, алсаҡ, шуға һис уңайһыҙланып тормайбыҙ, ҡасан кәрәкһә лә мөрәжәғәт итәбеҙ. Төплө кәңәштәрен дә бирә ул, — тине укол һалдырырға килгән Гөлзимә Ғәлимова фельдшерҙары хаҡында.
Уның һүҙҙәрен ауыл старостаһы Сәймә Рәшитова ла ҡеүәтләп ҡуйҙы.
— Надежда Николаевнаны Балтика ауылында эшләй башлаған осорҙан уҡ беләм. Шул ҡәҙәр ярҙамсыл, эшен яратып башҡара, һәр кем рәхмәтле уға, — тине.
Һөнәрен йөрәге ҡушыуы буйынса һайлаған Надежда Касюк. Әсәһе йыш ауырыу сәбәпле, бәләкәйҙән уға ярҙам иткеһе, һауыҡтырғыһы килгән. Ошо изге теләге медицина училищеһына юлландырған да инде. Күреүебеҙсә, һөнәрен бер һайлаған, берәгәйле һайлаған ауыл фельдшеры.


Вернуться назад