Башҡортостанда яҡын арала ҡарлы ямғыр көтөлә, тип хәбәр итә “Башгидромет”.
— Һауа торошо тотороҡһоҙ булмаҡсы. Кисә республикала елдең тиҙлеге секундына 23 метрға етте, ҡар ҡатыш ямғыр яуҙы, — тине баш синоптик Анна Козаева. — Марттың икенсе-өсөнсө декадаһында яуым-төшөм, көндәрҙең берсә йылытыуы, берсә һалҡынайтыуы көтөлә.
Республиканың баш синоптигы әйтеүенсә, апрелдә һауаның нормаға ҡарағанда 2 градусҡа йылыраҡ, ә яуым-төшөмдөң 110-120 процент булыуы күҙаллана. Марттағы температура күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәргә ҡарағанда юғарыраҡ. Тимәк, яҙ иртә киләсәк, әммә тотороҡһоҙ буласаҡ.