Республикала грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы сирҙәре менән ауырыу осраҡтары артҡан. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы белдереүенсә, 3 – 9 мартта баш ҡалала 8 меңдән ашыу кеше сирләгән.
Ауырыуҙарҙың 80,6 проценты – 17 йәшкә тиклемге балалар. Ғөмүмән, Башҡортостанда бөтәһе 25 меңгә яҡын кешенең киҫкен респиратор вирус инфекцияһын эләктереүе асыҡланған. Һуңғы йылдар менән сағыштырғанда, был һан 35,2 процентҡа күберәк. Етмәһә, сирләүселәрҙең 30 проценты Өфөгә тура килә.
Шуға баш ҡалалағы дауаханаларҙа карантин иғлан ителгән, мәктәптәрҙә балалар күп ҡатнашҡан сараларҙы үткәреү тыйылған. Киҙеү бронхит, отит, пневмония кеүек ауыр сирҙәргә тарытмаһын өсөн ваҡытында дауаланырға кәрәк. Ә иң мөһиме – ауырымау өсөн алдан хәстәрлек күреү.