Белорет районының Ишле ауылы мәктәбе бинаһында 20 урынлыҡ балалар баҡсаһы асылды.
Яңы объектҡа аҡса федераль ҡаҙнанан алынған булһа, ҡорамалдарға сығым Белорет районы бюджетынан бүленде. Әлегә тиклем ауылда балалар баҡсаһы канализацияһыҙ, һыуһыҙ ағас бинала урынлашҡайны. Яңы объект сафҡа инеү менән баҡсаға сират бөттө.
Бынан тыш, Ишле мәктәбендә буфет урынына яңы ашхана эшләй башланы. Республика һәм район ҡаҙналары аҡсаһына бүлмәгә реконструкция үткәрелеп, технологик ҡорамалдар һатып алынды. Хәҙер балалар көн дауамында ҡайнар аш менән туҡлана.