“Был донъяла һәр кем – хеҙмәтсе”18.03.2014
“Был донъяла һәр кем – хеҙмәтсе”
Журналист, яҙыусы, тәржемәсе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты Рәсүл Сәғитовҡа 50 йәш тулды. Гәзитебеҙҙең күптәнге тоғро дуҫын юбилейы менән ихлас ҡотлап, үҙе әйтмешләй, имен-аман тороуын теләп, бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

– Рәсүл, исемең әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Һүҙҙе бер сәйерерәк һорауҙан башлайым әле: данға нисек ҡарайһың?
– Бәлки, аптыратырмын, ләкин – ыңғай! Был махсус эшләнмәһә, әлбиттә. Юғиһә бәғзе замандашты депутат итер өсөнмө, берәй ҙур етәксенең халыҡ алдындағы абруйын күтәрергәме, әллә күпме ҡаҙна аҡсаһы түгелеп тә ҡуя… Ә был тәбиғи рәүештә, һинең эшләгән шәп эштәрең айҡанлы йәки һөнәреңә бәйле килеп сыға икән, булһын әйҙә, бынан зыян юҡ. Һорауҙы тап үҙемә һис тә бәйләмәйем, ул хәтлем үк дан ҡаҙанған юҡ, шулай ҙа, әле генә әйтеүемсә, шөғөлөң шундай киңлекте, асыҡлыҡты күҙҙә тотһа – файҙалы ла. Мәҫәлән, радиохәбәрсегә, минеңсә, уны күреп-белеп торһалар, тапшырыу эшләүе еңелерәк. Был һорауға бына ошолай яуап бирә алам.
– Һөнәреңдән ҡәнәғәтһеңме?
– Был урында: «О, эйе!” – тип театр хәрәкәте яһарға тейешмендер инде, сөнки тап шулай. Нимә генә тимәһендәр, хәбәрсе фәҡир, бүтәндәргә хеҙмәт итә, тип күпме генә оялтмаһындар, һөнәремдән бик ризамын. Көн дә эшкә барыу теләге уятып торғаны, күп кеше менән осраштырғаны, ваҡиғалар уртаһында ҡайнау мөмкинлеге биргәне, һүҙ сәнғәтенең иҫ киткес бай, мөғжизәле мөмкинлектәрен татытҡаны һәм башҡалар өсөн уға ифрат рәхмәтлемен. Ә һөнәрем минән ни дәрәжәлә ҡәнәғәттер инде, быныһын үҙем, тәбиғи, әйтә алмайым, һәр хәлдә байтаҡ йылдар инде тормош буйлап ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, һәр икебеҙҙе тулыландырып, йәнәш атлап киләбеҙ. Ҡыҫҡаһы, бик татыу йәшәйбеҙ. “Һөйгән йәр”емә тоғромон, уның да миңә әлегә хыянат иткәне юҡ.
– Яңы сыҡҡан «Имен-аман тороғоҙ!» тигән китабыңда ла хәбәрсе һөнәрен ныҡ күтәрәһең шул.
– Эйе, күтәрәм. Һәм, минеңсә, һәр хәбәрсе, был өлкәлә ваҡытлыса йөрөмәһә, аҙашып йә дан, аҡса ғына эҙләп килеп сыҡмаһа, күтәрергә тейеш тә, хатта бурыслы ла. Башҡа һөнәрҙәрҙә лә шулайҙыр бит. Китапта мин, һүҙмә-һүҙ ҡабатлап тормағанда, сама менән, былай яҙам: «Әҙәм балаһын тәбиғәт тәғәйен нимәләрҙелер эшләргә яралталыр, һәм ул быны – ошо һәләтен мөмкин тиклем алдараҡ аңлаһын да шуның менән шөғөлләнә башлаһын. Бүтән йүнәлештәргә исрафланмаһын. Ғүмере буйы камиллашһын да камиллашһын, ҙур аҡыл, тәжрибә туплаһын, шуны түкмәй-сәсмәй йәмғиәткә тапшырһын. Мотлаҡ тапшырһын, киләһе быуын таянырлыҡ булһын, йәштәр нулдән башламаһын. Йәмғиәттең һәр ағзаһының үҙе генә биләгән, үҙе генә биҙәгән, үҙе генә яуаплы өлкәһе булһын ул. Шул өлкә унһыҙ буш, уның менән ҡуш тойолһон». Ошолайыраҡ. Бәлки, ҡаты, самаһыҙ тура әйтелгәндер, әммә күңелемдәген белдерҙем. Белдерәм дә.
– Хәбәрсенең хеҙмәтсе булыуы менән ни эшләйбеҙ һуң?
– Бер нәмә лә эшләмәйбеҙ, сөнки был донъяла һәр кем – хеҙмәтсе. Хәйер, һәр кем түгелдер, эшләмәй өйҙә ятҡандар ҙа бар. Был һүҙҙең «хеҙмәт» тигән ғәләмәт шәп тамырҙан яһалғанын иҫкә алғанда – һәләк һәйбәт тә ул, юғиһә был төшөнсә, әллә Совет осороноҡо тип инде, телдән төшөп ҡалды тиһәң дә була. Эш бында кемгәлер түгел, ә нимәләргәлер – мәҫәлән, Тыуған илгә, туған телгә, милләтеңә хеҙмәт итеүҙә бит. Үҙҙәрен иреклемен тип һанаған “бойондороҡһоҙ” хәбәрселәр ҙә бит ысынында кемгәлер – олигархҡамы, фирҡәгәме, хеҙмәт итә. Аптыралмаһын, ләкин беҙ, ғүмер буйы дәүләттең киң мәғлүмәт сараларында эшләүселәр, иреклерәк тә. Иреклерәк тә, сөнки ул хәтлем үк ҡаты сиктәр ҡуйылмай. Һәр хәлдә миңә, шөкөр, бер ваҡытта ла өҫтән “ҡиммәтле күрһәтмәләрҙең” төшөрөлгәне юҡ. Ә инде әхлаҡи мәсьәләләрҙе, тейелгеһеҙ нәмәләрҙе беҙ былай ҙа беләбеҙ.
– Журналислыҡ әҙәбиәт менән шөғөлләнеүгә ҡамасаулай, тиҙәр. Ысынлап та шулаймы?
– Эйе лә, юҡ та. Ҡамасаулай, сөнки былар, тыштан ныҡ яҡын өлкәләр булып күренеүгә ҡарамаҫтан, бөтөнләй айырым нәмәләр бит. Журналист күпселектә бөгөнгө тормош менән йәшәй. Бөгөнгөнө йәһәт кенә күтәреп ала, илгә сығара. Йәмғиәткә яңылыҡтарҙы еткерә. Ә яҙыусылыҡ – яйлап ултырып, мәсьәләләргә ҡарашты ныҡ бейектән ташлап, быуат-быуаттарға етерлек итеп эшләү. Бер юлы ике һөнәр менән шөғөлләнеүе ауырыраҡ, ҡайһы саҡ зыян да килеп ҡуялыр – мәҫәлән, әҙәби әҫәрҙе, әйтәйек, радио теле менән яҙыу. Йәки, киреһенсә, тапшырыуҙы әҙәби тулҡындарҙа бәүелдереү. Шуның менән бер рәттән, әҙәбиәткә лә ваҡыт табыу, минеңсә, бик яҡшы. Шәп яҙыусылар булып киткән әллә күпме хәбәрсене лә беләбеҙ бит. Ғөмүмән, үҙ редакцияң менән генә сикләнмәйсә, ғүмерең буйы бер нисә тапшырыуҙы алып барыуға ҡарағанда, шуға өҫтәп, туғандаш һөнәрҙәрҙе лә үҫтереү дөрөҫтөр, сөнки был үҫеш, яңы һулыш, дәрт бирә.
– Әҙәби ижадта нимә ауыр бирелә?
– Тормошто ныҡ тулы, ныҡ бөтөн килеш һүрәтләй алмау.
– Ниндәй мәғәнәлә?
– Күренештәрҙе, кешеләрҙе, уларҙың һөйләшкәндәрен, ым-ишараларын, ауаздарын, шым ултырғандарын ҡағыҙҙа хәрефтәр ярҙамында биреп бөтөрә алмайым. Ҡайһы саҡ үҙем күргән-ишетеп торғанды, их, яҙа алмайым бит мин быны, тип асырғанғаным бар. Мәҫәлән, бер замандашым үҙенең ҡайҙалыр йәйәү барғанын, ниндәйҙер кәртәләр аша үткәнен тасуирлай. Бик йәнле һүрәтләй. Ваҡыт-ваҡыт, онотолоп китеп, үҙенең тыуған яғы һөйләшенә күсә. Әйткәндәй, диалектта дауам итеүе миңә бик оҡшай. Бындай саҡта кеше ихласыраҡ була шикелле, әҙәби тел тигән ниндәйҙер сиктән ҡотола. Замандашым артабан иҫ киткес бер һүҙҙе әйтте. Былай тине: «Барам шулай майтып-майтып-майтып…» Уның нимә аңлатҡанын шунда уҡ аңланым, әлбиттә. Әҙәби телдә «бынауылайтып» тиелер ине. Шуны нисек яҙырға? Шул килеш, аҙағынан аңлатмайынса ғына яҙһам, төшөнөрҙәрме? Хәйер, быныһы, бәлки, әллә ни ауыр ҙа түгелдер, ҡапыл иҫкә төшкәнгә генә әйттем.
Хикәйәләремдең береһендә бер ағай йыш ҡына тамаҡ ҡыра һәм был гел генә бер төрлө килеп сыға – биш мәртәбә, бер тынала, өҙөп-өҙөп. Быны хәрефтәр менән нисек яҙырға? «Э-э-э-э-э» тинем инде. Тамаҡ ауыҙ ябыҡ килеш ҡырылһа ла, ә әлеге өн ирендәр асыҡ саҡта яңғыраһа ла. Ҡыҫҡаһы, килеп сыҡманы шикелле.
– Тормошта һиңә нимә етмәй?
– Аҡса тимәйем. Хәйер, ул күп булғанда, мәҫәлән, китаптарыңды үҙең түләп, нисек теләйһең, шулай итеп сығара алаһыңдыр. Йәғни: түләйһең дә – теләйһең. Әллә киреһенсәме – теләйһең дә түләйһең? Нисек тә ярай.
Әле мин икенсене әйтергә теләйем. Яҙыусының индивидуалист булырға тейешлеге мәғлүм, шулай ҙа был, айырымлыҡ, минеңсә, яҙылып бөткән әйбергә ҡағылмаһа, – һәйбәт. Яҙып бөтмәҫ борон әҫәреңде бүтәндәрҙең нисек ҡабул итеүен белеү бик хәжәт. Бына ошо нәмә етмәй миңә. Бында мин бер кемде лә ғәйепләмәйем, бергәрәк, ойошобораҡ эшләгән ҡәләмдәштәремде беләм һәм бында гәзит һәм журнал редакцияларының тығыҙыраҡ урынлашыуы ла үҙенсә бер әһәмиәткә эйәлер инде. Шуның менән бергә был ниндәйҙер көнләшеүгә әйләнеп китеп, әйбереңде кәмһетеүгә, бөтөрөүгә лә әүерелмәһен, әлбиттә. Юғиһә, ныҡ туҡмала башлаһаң, кире дүнеүгә, дәртең һүнеүгә табан да ыңғайларһың. Ҡыҫҡаһы, фекер алышыу кәрәк, бер-береңдең ижадын күҙәтеп барыу кәрәк, тәҡдимдәрҙе белдереү кәрәк, әммә былар бөтәһе лә тап-таҙа, сап-саф булһын. Әҙәбиәтте, ғөмүмән, сәнғәтте, мин тап шулай таҙа, саф итеп күрәм, бында көнкүрештәге ваҡлыҡтар, үҙ-ара кирерәк мөнәсәбәттәр тамсы ла булмаҫҡа тейеш.
– Нимәлер тураһында яҙырға теләп тә яҙа алмайһың?
– Мөхәббәт хаҡында.
– Аңлашылмай: ҡасандан бирле был – тыйылған өлкә?
– Тыйылмаған, уныһы шулай, әммә, ижадымда булған ғәҙәттәге социаллекте, фәлсәфәүилекте, миллилекте, бүтән нәмәләрҙе бөтөнләй онотоп, алға тик мөхәббәтте генә ҡуйып, шуны ниндәйҙер бер һутлы тел менән һүрәтләргә лә һүрәтләргә булдыра алмайым. Һәм был, минеңсә, тормошта булғандарҙы тасуирлау түгел, ә нисек күрергә теләйем, шуны тасуирлау булыр ине. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙың ир кеше өсөн тормоштағы бөтә нәмәнән баш тартып, тик шуның өсөн генә йәшәүен…
– Был яңылыҡ түгел дәһә…
– Ә әҙәбиәттә яңылыҡтар әҙ тиҙәр бит, һәр кем үҙенсә һүрәтләй генә.
– Ни өсөн яҙа алмайһың инде?
– Әллә журналистика менән шөғөлләнеүем, күңелемә бигерәк тә документаль жанрҙарҙың хуш булыуы ҡамасаулай, әллә оҫталығым етешмәй, әллә бүтән нәмәләр сикләй – яҙғанымдың уҡыусылар тарафынан шәхсән үҙемә генә бәйләнеп ҡуйылыуынан шикләнәм. Һәм был шикләнеү нигеҙһеҙ ҙә түгел: ябай, «мөхәббәтһеҙ» әҫәрҙәремдең йөкмәткеһен дә үҙемә бәйләп, мәғәнәле баш сайҡағандарына шаһит булғаным бар. Әхлаҡи мәсьәлә өҫкә ҡалҡа бында. Йәғни, бая әйтеүемсә, тормошто тормош, сәнғәтте тик сәнғәт итеп кенә ҡарау етешмәй беҙгә.
Бәлки, нәҡ ошондай әйберҙәрҙе яҙырға ла, кейем кеүек, шкафҡа элепме, тартмаға һалыпмы ҡуйырғалыр? Ваҡыты етер, майҙанға сығарылыр. Бер хөрмәтле уҙаман әйтмешләй: «Яҙ ҙа яҙ, ҡустым. Яҙ ҙа һалып ҡуй, үлгәндән һуң булһа ла баҫырҙар». Ҡаты әйтелгән, ләкин хәҡиҡәт тә юҡ түгелдәй.
– Юбилейың менән тағы бер тапҡыр ихлас ҡотлайбыҙ!
– Ҙур рәхмәт! 21 мартта киске сәғәт 6-ла Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында «Имен-аман торайыҡ!» тигән ижад кисәм үтә. Килегеҙ, күрегеҙ, ҡатнашығыҙ!
С. НӘЗИРОВ
әңгәмәләште.


Вернуться назад