Бер ауылдан — өс Герой18.03.2014
Бер ауылдан — өс Герой
Кемдер, бәлки, ышанмаҫ та был хәлгә. Ысынлап та шулай, бер ауылдан сыҡҡан өс Социалистик Хеҙмәт Геройы үҙҙәренең тыуған төбәге Һыуыҡҡулды данға күмгән. Шунса батырҙы тәрбиәләгән тағы ла берәй ауыл бармы икән Башҡортостанда?! Әлбиттә, был данлыҡлы шәхестәр яҡты донъяла юҡ инде. Геройҙарҙың үткәне, хеҙмәттә күрһәткән батырлыҡтары тураһында хис-тойғо менән, йылы итеп яҙып та булмай хәҙер, сөнки улар тураһында мәғлүмәт энциклопедияларҙа бик ҡыҫҡа ғына итеп бирелгән, матбуғатта материалдар һаҡланмаған. Өҫтәүенә улар тыуған Башҡортостаныбыҙҙан ситтә йәшәгән. Беҙ шулай ҙа Геройҙарҙың кендек ҡаны тамған изге ергә сәфәр ҡылырға булдыҡ, уларҙың ауылдаштары, туғандары менән осраштыҡ.

ПРОХОРОВ Михаил Владимирович – өс Геройҙың береһе. Уның бер туған ҡустыһы Арсентий Владимирович Һыуыҡҡул ауылында ғүмер итә. Тормош иптәше Алевтина Егоровна менән икәү генә йәшәп яталар. Донъялары матур, күркәм, үҙҙәре лә бик асыҡ, ҡунаҡсыл. Ҡатыны ауылда – һатыусы, Арсентий Владимирович колхозда токарь, тракторсы, шофер булып эшләй. Өс бала үҫтерәләр.
– Ағайым тураһында күп беләм тип әйтә алмайым, – тип башланы Арсентий Владимирович хәтирәләрен. – Бәләкәйҙән үк ябай, кеше менән аралашыусан булды. Атайыбыҙҙы фронтҡа оҙатҡас, уның урынына 17 йәшлек ағайымды ауыл Советы секретары итеп тәғәйенләнеләр. Бер йылдан Ҡыҙыл Армия сафына алдылар. Коммунист булған. 1943 йылда ул Курск дуғаһындағы ҡанлы бәрелештәрҙә ҡатнашҡан, башта пулеметсы, отделение командиры, һуңынан взвод командиры урынбаҫары булған. Ул 1-се һәм 2-се Украина фронттары составында Полтава, Кривой Рог ҡалаларын азат итеүҙә, Яссы-Кишинев операцияларында ла булған.
Румыниялағы ҡаты алыштарҙа ағайым ҡаты яралана, контузия ала. Госпиталдә дауаланғандан һуң, яңынан фронттың алғы һыҙығына ашҡына, әммә юғары командование уны Алма-Аталағы хәрби училищеға уҡырға ебәрә.
Тик унда оҙаҡ уҡый алмай, сәләмәтлеге буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табылыуы сәбәпле, ул тыуған яғына ҡайта. Ағайымдың күкрәген I, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, «Батырлыҡ өсөн», «Германияны еңгән өсөн», «Маршал Г.К. Жуков» һәм башҡа миҙалдар биҙәне.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң колхоз рәйесенең хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары булып бер аҙ эшләй. Гәзиттә Өфө геология-разведка техникумына студенттар ҡабул итеү тураһында белдереү күреп ҡалғас, шунда юллана. Геофизик һөнәрен алғас, Башҡортостан егете 1951 йылда Ухта ҡалаһына килеп төпләнә. Ғүмеренең һуңғы йылдарына ҡәҙәр ошо яҡтарҙы үҙ итә. Фекерҙәш хеҙмәттәштәрен, дуҫтарын таба. Ул оҙаҡ йылдар сейсморазведка экспедицияһында дуҫы Николай Лисин менән хеҙмәт итә. «Михаилдың эшен бик яратыуы, әүҙемлеге оҡшай ине. Кеше менән аралашыусан, хәстәрлекле, ярҙамсыл хеҙмәткәр булды. Өлкән инженер, «Печорагео-физика» сәнәғәт-геофизика берекмәһендә өлкән геофизик булып эшләне. Һуңыраҡ сейсморазведка партияһының начальнигы итеп тәғәйенләнде», – тип хәтерләй дуҫы Михаил Прохоров хаҡында.
Тәжрибәле белгесте бер ваҡыт хатта Африкаға ла эшкә ебәрәләр. 1963-1964 йылдарҙа Малиҙа геофизик эҙләнеүселәр төркөмөнә етәкселек итә. Төрлө һауа шарттарында эшләп сынығыу алған хеҙмәткәрҙең бөтә тормош юлы ҡырыҫ тәбиғәтле төньяҡ тайга һәм тундра менән бәйле. Сейсморазведка партияһының начальнигы булараҡ, 40 йылға яҡын ғүмерен ошо өлкәгә арнаған. Шул ваҡыт эсендә бик күп разведкалау майҙандарында геофизик эҙләнеүҙәр алып бара, Коми АССР-ында, Ненец автономиялы округындағы биләмәләрҙә ике тиҫтәнән ашыу нефть һәм газ ятҡылығын асыуҙа ҡатнаша. Бигерәк тә Усинск нефть ятҡылығы ҙур әһәмиәткә эйә була.
Тынғыһыҙ хеҙмәт батырының ҡаҙаныштары «Почет Билдәһе» ордены (1959), «Ураҡ һәм сүкеш» алтын миҙалы һәм Ленин ордены (1966), «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы (1970), «Ер аҫты байлыҡтарын разведкалау отличнигы», СССР Геология министрлығының «Ятҡылыҡты беренсе асыусы» билдәләре менән бүләкләнгән. Илебеҙҙең геофизиктары араһында тәүгеләрҙән булып «Социалистик Хеҙмәт Геройы» тигән юғары исемде алған яҡташыбыҙ Михаил Владимирович Прохоров.
Туғандары һөйләүенсә, Михаил Владимирович йыл һайын йәйге ял осоронда тормош иптәше Руфина менән Һыуыҡҡулға ҡайтып йөрөй. Ирина һәм Елена тигән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Улар ҙа геолог булараҡ яуаплы эш башҡара. Шуныһы аяныс: Еленаның тормош иптәше, Дәүләт именлеге комитеты полковнигы 1996 йылдың авгусында һәләк булған. Үлгәндән һуң уға «Рәсәй Геройы» исеме бирелгән.
1996 йылдың майында Михаил Владимировичтың тормош иптәше Руфина ла мәрхүм була. Яҡташыбыҙ һуңынан да, тыуған яғына ҡайтып, туғандары, дуҫтары менән аралашып йөрөй.
Илебеҙҙә Социалистик Хеҙмәт Геройҙарының сафы һирәгәйеп бара. Шуға ҡарамаҫтан, уларға тейешле иғтибар етешмәй. Ухта ҡалаһының данлыҡлы геофизигы мәрхүм булғас, ҡыҙы Ирина Михайловна, ҡала хакимиәтенә шылтыратып, битарафлыҡҡа осрауын бөгөн дә күҙ йәштәре менән иҫкә ала. Ул атаһын һуңғы юлға оҙатыуҙа етәкселәрҙең ҡатнашыуын һораған. Телефон трубкаһынан килгән ҡоро яуап йөрәкте телеп үткәндәй була: «Әгәр матди ярҙам кәрәк булһа, килемегеҙ тураһында белешмә йыйығыҙ...»
Социалистик Хеҙмәт Геройының яҡшы һүҙгә хоҡуғы юҡ инеме икән ни? Ә бит данлыҡлы Михаил Прохоровтың исеме 1966 йылда РСФСР Геология министрлығының Маҡтау кенәгәһенә индерелгән, 2000 йылда ул «Ухтаның ХХ быуат кешеһе» тигән юғары исемгә лә лайыҡ булған.
Яҡташыбыҙ ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем төплө фекерле, көслө коммунист булып ҡала. 88 йыл ғүмер иткән Герой, Ухта ҡалаһының данлыҡлы шәхесе етәкселәрҙең күңелен ҡайһы яғы менән арбай алманы икән?!
Һуң булһа ла, Ухта ҡалаһы хакимиәте башлығы Олег Козарцев урындағы гәзиттә томанлы ғына булһа ла аңлатма бирергә тырышҡан. «Ухта хакимиәте Михаил Владимировичты бер ҡасан да онотманы. Уны 90 йәше уңайынан 2014 йылда «Ухтаны күтәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» тигән маҡтау билдәһе менән бүләкләү тураһында ҡарар ҙа әҙерләгән инек. Аяныс, бүләкте үҙе иҫән саҡта тапшыра алманыҡ... Билдәле шәхесебеҙҙе һуңғы юлға оҙата алмауыма ла бик үкенәм, сөнки үҙем командировкала булдым, ә урынбаҫарҙарым ҡалала түгел ине...»
Бына шундай хәлдәр. Аңлатманың бөтәһен дә яҙып булмай. Ҡалғанын гәзит уҡыусы үҙе аңлар, тип уйлайым. Бындай данлыҡлы, маҡтаулы шәхестәргә, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына ла шундай ҡараш булғас, башҡаларға ни һан?!
ГАРИН Федор Даниловичтың да Һыуыҡҡулда ҡәрҙәштәре бар икән. Бөгөн бында уның ике туған ҡустыһы, 1932 йылғы Петр Дмитриевич Гарин тормош иптәше Валентина менән ғүмер итә. «Мин ике туған ағайымдан байтаҡҡа кесемен, – тип һүҙ башланы Петр Гарин. – Шуға ла уның тураһында хәтирәләрем аҙ. Федор, башланғыс мәктәпте тамамлағас, ауылдағы «Победа» сәнәғәт артеленә эшсе булып урынлаша. 1942 йылда уны фронтҡа оҙаталар. Аҙаҡ Тимер юл ғәскәрҙәре сафына баҫа, Төньяҡ Кавказ тимер юлын кире үҙ хәленә ҡайтарыуҙа, ҙур ремонт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.
Илебеҙгә Еңеү килгәс, Федор Данилович Себерҙә, Омск – Татарск, Барнаул – Кузнецк тимер юл линияларын төҙөүҙә һәм ремонтлауҙа эшләй. Башта ябай эшсе, һуңынан мастер була. Бурыстарын һәр ваҡыт еренә еткереп, ихлас башҡара, ваҡыты менән дә иҫәпләшмәй. 1956 – 1960 йылдарҙа Федор Гарин Новокузнецк – Абакан, Абакан – Тайшет яңы тимер юл линияларын төҙөгәндә ҙур хеҙмәт ҡаҙаныштарына өлгәшә, һәм уға «Ураҡ һәм сүкеш» алтын миҙалы, Ленин ордены тапшырыла, шулай уҡ «Социалистик Хеҙмәт Геройы» тигән юғары исем бирелә.
Ә инде 1960 йылдан һуң Томск өлкәһенең Асино – Белый Яр йүнәлешендәге яңы тимер юл линияһын төҙөүҙә ҡатнаша. Оҙайлы ял ваҡыттарында тормош иптәше Феодосия менән тыуған яҡтарына ла ҡайтып йөрөйҙәр. Ҡатыны сығышы менән Бәләбәй районының Ермолкин ауылынан. Һуңыраҡ бында ҡайтып та йәшәйҙәр. Балалары Ольга һәм Федор Томскиҙа ғүмер итә. Тормош булғас, төрлө хәлдәр осрай. Колхоз идараһына ниндәйҙер үтенес менән барғас, Федор Даниловичты: «Һин беҙҙең Герой түгел», – тип бороп сығаралар. Бындай тәкәбберлектән, битарафлыҡтан, әлеге лә баяғы, миһырбанһыҙлыҡтан һуң тыуған ерҙә йылы тапмаған данлыҡлы яҡташтарыбыҙ йәнә һалҡын Себергә юллана. Беҙҙә генә шундай ҡырағайлыҡ, мәрхәмәтһеҙлек тамыр йәйгәнме икән ни?!
Өсөнсө Герой – СПИРИДОНОВ Арсентий Владимирович тураһында мәғлүмәт юҡ дәрәжәһендә. Энциклопедияларҙа ла табыу мөмкинлеге булманы. Шулай ҙа, Һыуыҡҡулда йәшәгән өс туған ҡустыһы Петр Алексеевич Спиридонов менән осрашып һөйләшергә, ҡыҙы ярҙамында Интернет аша Арсентий Владимировичтың сифатһыҙ ғына фотоһын да табырға насип булды.
Петр Алексеевич хәҙер хаҡлы ялда. Заманында ул хужалыҡта баш зоотехник, комсомол ойошмаһы секретары, ауыл Советы рәйесе булып эшләгән.
Хәтерләүҙәренә ҡарағанда, ағаһы Арсентий 1930 йылда Һыуыҡҡулда тыуған, бәләкәйҙән тыңлаусан, аҡыллы, тыйнаҡ булып үҫкән. VII класты тамамлағас, тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә. Башта ғаиләһе менән Аксаков эшселәр ҡасабаһында йәшәйҙәр. Арсентий Спиридонов нефтселәрҙә тракторсы булып эшләй.
Һуңынан яҙмыш юлдары яҡташыбыҙҙы Үзбәкстанға алып китә. Дөрөҫөрәге, Арсентий ҡатыны Нина менән Пахтакор ҡалаһына «ас дала»ны үҙләштерергә килә. Ул ғүмере буйына, пенсияға сыҡҡансы, трактор һәм бульдозерҙа дала ерҙәрен һуғарыу менән мәшғүл була. Яҡташыбыҙҙың тырыш, сәмле хеҙмәте маҡтау грамоталары, орден-миҙалдар менән билдәләнә, «ГАЗ-24» («Волга») машинаһы менән дә бүләкләнә. Арсентий Владимирович Спиридоновтың батырлығы һәм ҡаҙаныштары «Ураҡ һәм сүкеш» алтын миҙалы, шулай уҡ Ленин ордены менән баһалана.
Сит республикала ҙур уңыштар яулаған ватандашыбыҙ тыуған яғын да онотмай. Ғаиләһе – ҡатыны, балалары Валерий, Слава, Сергей – менән йәйен «Волга»һында ҡайтып йөрөгән, туғандары, күршеләре менән ихлас осрашҡан. 1993 йылда Һыуыҡҡулға ҡайтҡас, күстәнәстәрҙән тыш, туғандары Анатолий, Аркадий, Петр һәм Вениаминға бүләк итеп ҡул сәғәттәре лә таратҡан. Тыуған яғын һағынып ҡайтҡанында Арсентий Владимирович мәжлестәрҙә йырлап күңел асҡан. Бейергә лә маһир булған, тиҙәр. Күршеһе Елена Михайловна Питряеваның да хәлен белгән, күстәнәс менән һыйлаған. Ваҡыт табып, балыҡҡа ла йөрөгән. Асыҡ күңелле кеше булыуы, ярҙамсыллығы менән яҡташтарының хәтерендә ҡалған, ауылдаштарын, таныштарын эшкә лә урынлаштырған, тип һөйләйҙәр.
1990 йылда ҡатыны Нинаның тыуған яғына – Татарстандағы Баулыға – ҡайтып йәшәргә уйлайҙар. Тик, урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт иткәс: «Һеҙ беҙҙә тыуған Герой түгел», – тип кенә ебәрәләр. Улар кире Пахтакорға ҡайтып китергә мәжбүр була. Бына һиңә тыуған яҡ... Бюрократик аппараттың кире йоғонтоһо кемдең генә күңеленә тәрән яра һалманы икән?!
Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ,
журналист, Фәтих Кәрим, Динис Бүләков
исемендәге премиялар лауреаты,
Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.


Вернуться назад