“Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексында 2005—2011 йылдарҙа урыҫ телендә күп томлыҡ “Башкирская энциклопедия” донъя күрҙе. Ул тиҙ арала үҙ уҡыусыларын тапты һәм универсаль баҫма булараҡ киң танылыу алды. Артабан нәшриәт хеҙмәткәрҙәренә был баҫманы башҡортса нәшер итеү бурысы ҡуйылды.
2010 йылда ғилми-нәшриәт комплексында тәржемә бүлеге булдырылды, һәм энциклопедияның 1-се томын тәржемә итеү башланды. Беренсе сиратта, әлбиттә, энциклопедияның нигеҙен тәшкил иткән һүҙлек башҡортсаға ауҙарылды. Был эш еңел генә башҡарылманы, сөнки һәр мәҡәләнең йөкмәткеһенә тап килтереп, уның атамаһын тәржемәләргә кәрәк ине. Эш тамамланғас, һүҙлекте төрлө белгестәр ҡарап сыҡты. Тәржемә эшенә Ә. Аҡбутина, Г. Ҡунафина, Д. Үзбәков кеүек тәжрибәле белгестәр, “Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия”ны эшләгән һәм тәржемә иткән мөхәррирҙәр И. Япаров, Э. Юлбарисов, Ғ. Бикбаева һ.б. йәлеп ителде. Эш барышында килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн Тәржемә буйынса ғилми-методик совет булдырылды, уға тәржемәселәр, тел белгестәре, ғилми-нәшриәт комплексы хеҙмәткәрҙәре индерелде, рәйесе итеп филология фәндәре докторы Э. Ишбирҙин раҫланды. Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология комиссияһы менән тығыҙ бәйләнеш булдырылды.
Энциклопедик мәҡәлә фәнни һәм төрлө өлкәләр буйынса терминдарға бик бай, уны ябай уҡыусы ла аңларлыҡ итеп башҡорт теленә ауҙарыу тәржемәсенең әҙерлекле һәм киң мәғлүмәтле булыуы менән бәйле. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында был өлкә буйынса белгестәр әҙерләнмәүен иҫәпкә алғанда, уларҙың иңдәренә ниндәй ҙур яуаплылыҡ алғанын күҙалларға була.
Энциклопедия тәржемә итеүҙә был, әлбиттә, тәүге тәжрибә түгел — 1997 йылда башҡорт телендә “Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия” донъя күргәйне инде. Әммә урыҫ телендәге 7 томлыҡ “Башҡорт энциклопедияһы” методик йәһәттән дә, мәҡәләләрҙе системалы туплау яғынан да юғары кимәлдә тора, башҡорт теленә тәржемә иткәндә кимәлде һаҡлап ҡалыу кәрәк ине. Ошоно күҙ уңында тотоп, башҡорт телендәге “Башҡорт энциклопедияһы”ның ғилми-мөхәрририәт коллегияһы булдырылды. Коллегияға башҡорт телен яҡшы белгән ғалимдар индерелде, баш мөхәррир тәғәйенләнде.
Шуны әйтеп үтергә кәрәк: башҡорт телендәге энциклопедия урыҫсанан туранан-тура тәржемә ителгән вариант түгел. Башҡортсаға ауҙарғанда текстың күләме бер ни тиклем артып китә. Ошо үҙенсәлекте иҫәпкә алып, мәҡәләләр әҙме-күпме ҡыҫҡартылды, тиҙ иҫкерә торған мәғлүмәттәр күрһәтелмәне. Тематикаһы йәһәтенән бер-береһенә оҡшаш мәҡәләләр берләштерелде. Өҫтәмә рәүештә энциклопедияға сит өлкәләрҙә башҡорттар күп йәшәгән райондар, тораҡ пункттар индерелде.
Ваҡыт һәр нәмәне үҙгәртә, яңылыҡ өҫтәй, былар барыһы ла тиерлек энциклопедияла сағылыш тапты. Китаптағы мәғлүмәттәр бермә-бер байытылды, тораҡ пункттар тураһындағы мәҡәләләрҙә халыҡ иҫәбе 2010 йылғы мәғлүмәттәргә таянып бирелде, биографик мәҡәләләрҙең йөкмәткеһе 2013 йылға ҡарата яңыртылды. 2012 йылда энциклопедияның 1-се томының, 2013 йылда иһә 2-се, 3-сө томдарының электрон версиялары нәшриәттең сайтына ҡуйылды, улар менән http://башкирская-энциклопедия.рф сайтында танышырға һәм фекерҙәрегеҙҙе, тәҡдимдәрегеҙҙе ҡалдырырға була.
Әле тәржемә бүлеге мөхәррирҙәре 4-се томды башҡортсаға ауҙарыу өҫтөндә эшләй, ул быйыл шулай уҡ комплекстың сайтына ҡуйыласаҡ. Тиҙҙән "Башҡорт энциклопедияһы"ның 1-се томы китап булып донъя күрәсәк. Артабан ете томды ла нәшер итеү күҙ уңында тотола. Башҡортса баҫма ла үҙ уҡыусыларын табыр тигән ышаныстабыҙ.
Лена АБДРАХМАНОВА,
“Башҡорт энциклопедияһы”
ғилми-нәшриәт комплексының
тәржемә бүлеге мөдире.