Зәкиә Хәсәнова пациенттары менән гел ҡысҡырып һөйләшә. Тауыш күтәрергә ярата икән, тип уйлай күрмәгеҙ. Эшенең үҙенсәлеге шундай уның: ҡолаҡҡа бәйле сирҙәрҙе дауалай. Һаулыҡ һаҡлауға бағышлаған 25 йыл ғүмере эсендә һөнәренең барлыҡ нескәлеген белеп бөткән табип быйыл республиканың иң яҡшы оториноларингологы тип табылды.
Зәкиә Әнүәр ҡыҙы хеҙмәт юлын тыуып үҫкән Сибай ҡалаһы дауаханаһының операция яһау бүлегендә санитарка булып башлай. Аҡ халатлыларҙың изге эштәренә һәр саҡ эстән генә һоҡланып йәшәй ул. Һөҙөмтәлә Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инеп, үҙе лә табип һөнәрен үҙләштерә.
Сурдолог-оториноларинголог Өфө ҡалаһының 40-сы поликлиникаһына студент сағында уҡ эшкә килә. “Даими пациенттар менән яҡын дуҫтарға әүерелеп бөттөк. Ҡайһы берәүҙәр урамда осрап һаулыҡ һорашһа, эшемде тағы ла нығыраҡ ярата башлайым”, – ти Зәкиә Әнүәр ҡыҙы.
Йылдың иң яҡшы табибына төрлө аһ-зар менән киләләр: берәүгә ишетеү аппаратын һайлап бирешергә кәрәк, икенсеһе һалҡын тейҙергәндән һуң ишетеү һәләтен юғалтҡан, өсөнсөһө ҡапыл ҡолаҡҡа ҡатыраҡ була башлаған... Сирҙең сәбәбен дөрөҫ билдәләү, тейешле дауалау бик күптәрҙе ҡабаттан тауыштар донъяһына ҡайтарған.
Пациенттарының байтаҡ өлөшө Зәкиә Әнүәр ҡыҙының тауышын бөтөнләй ишетмәй, шулай ҙа уның бүлмәһенә гел яҡын кешеһен күргәндәй йылмайып инәләр. Бының сере шунда: оҫта табип, тауыш тулҡындарынан тыш, күңел ҡылдарының ауазын да тоя белә.
Н. РАФИҠОВА.