Югославиянан Буна ҡушаматлы һыйыр, туғыҙ тапҡыр быҙаулап, бөтәһе 22 үрсем килтергән. Беренсе тапҡыр — игеҙәк, алтынсыһында — өс, етенсеһендә — биш, һигеҙенсеһендә — өс, туғыҙынсыһында дүрт быҙау тыуған.
* * *
АҠШ-тың Индиана штатында һыйырҙарҙың морон эҙҙәренең картотекаһы булдырылған. Баҡтиһәң, кеше бармағыныҡы кеүек, һәр һыйырҙың моронондағы һырҙар ҙа үҙенсәлекле икән.
* * *
Оло һыйыр ауыҙы менән тәүлегенә 30–40 мең хәрәкәт яһаһа, шуның 10–13 меңе генә үлән өҙөүгә, ә 20–27 меңе уны көйшәүгә китә.
* * *
Һөтлөлөк буйынса рекордты АҠШ-тан Линда ҡушаматлы һыйыр ҡуйған. 1996 йылда унан 28 740 килограмм һөт һауып алғандар. Ғүмерлек һауым буйынса Канаданан Сидней 14 йыл эсендә 211 235 килограмм һөт биргән (йылына уртаса 10 088 килограмм). Һөттөң ҡуйылығы 5,47 процент тәшкил иткән. Ә көндәлек һауым буйынса Кубалағы Убре Бланка ҡушаматлы һыйырҙың күрһәткесе иң күбе булған — 1981 йылдың 1 авгусында ул дүрт тапҡыр һауыуҙа 110,9 килограмм һөт биргән.
* * *
Иң ҙур үгеҙ — киан тоҡомло Донетто — 1820 килограмм тартҡан. 1980 йылда СССР-ҙың халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә 1069 килограмм ауырлыҡтағы һыйыр күрһәтелгән. Ә иң бәләкәй һыйырҙарҙы Мексикала аҫрайҙар: 80 сантиметрлыҡ һәм 120–150 килограмлыҡ был малҡайҙар көнөнә 3-4 килограмм һөт бирә.
* * *
Польшала һыйырҙың бер юлы һигеҙ быҙау килтереү осрағы теркәлгән. АҠШ-та Модок ҡушаматлы һыйыр 78 йыл йәшәгән.
* * *
25 литр һөт һауып алыу өсөн һауынсы ҡулдарын өс меңдән ашыу тапҡыр ҡыҫырға тейеш.