Шырлыҡтарҙы ярып табышайыҡ15.03.2014
Шырлыҡтарҙы ярып табышайыҡ Горизонталь буйынса: 4. Ҡиммәтле ҡағыҙ. 9. Үлсәм итеп билдәләнгән күләм, дәүмәл. 10. Йәш натуралист. 11. Латин хәрефе. 13. Берәй эштә, өлкәлә оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле кеше. 15. Хоккейсылар төркөмө, мәҫәлән, “Салауат Юлаев” исеме аҫтындағы. 16. Иллюминатор нимә ул? 17. Вализа – дипломат өсөн. 18. Телмәр тотоу өсөн тәғәйенләнгән ҡалҡыу урын. 19. Рәүис Заһитов юбилейына арнап ҡуйылған спектакль. 23. Шотланд эт тоҡомо. 24. Берәй кешегә кеселекле мөрәжәғәт. 26. Автомобиль кузовы. 27. Көслө ҡул сабыш. 30. Почтальон ҡуйған мөһөр. 31. Луховицы ҡалаһында был почтальонға һәйкәл ҡуйылған. 32. Кимоно нимә ул? 33. Почта юлында “яҙылған” фәнни хеҙмәт. 34. (…)ның ҡашҡа тәкәһе.

Вертикаль буйынса: 1. Кеҫәлә йөрөгән кәрәҙле бәйләнеш сараһы. 2. Ҡат-ҡат сепрәк, ятҡан ере – (йомаҡ). 3. АҠШ парламенты. 5. Фашистар совет ҡалаларын алғас, беренсе булып ошо ҡошто тотҡан кешеләге ояны туҙҙырғандар. 6. Ауыл почтальоны бысраҡта кейгән аяҡ кейеме. 7. Боронғо фарсыларҙағы һыбайлы почта хеҙмәте. 8. Почта аша ебәрелгән нәмә. 12. Белорус ССР-ының халыҡ шағиры, классик. 14. Өҫтәмә рәүештә башҡарыла торған эш. 18. Тышҡы ҡиәфәт, килбәт. 20. “Өйөңдәге хәбәрҙе (…)ңдән һора”. 21. Оҫталыҡ үрнәге булырлыҡ һоҡландырғыс сәнғәт әҫәре. 22. Бәбәктә үҫкән “урман”. 23. Гипотенузаның ҡыҫҡа “әшнәһе”. 25. Инглиз һыраһы. 26. Түҙемлек, түҙем. 27. Ҡолаҡ биҙәүесе. 28. Баланы үҙ ата-әсәһенә “һатып” биргән кеше. 29. Йәш матрос. 31. Уҙаҡ нимә ул?
Илдар ҒӘБИТОВ төҙөнө.


Вернуться назад