Өфөнөң 13-сө коррекция мәктәп-интернатында яҙыусылар, шағирҙар йыш була. Күптән түгел генә билдәле әҙиптәр Хәсән Назар, Барый Ноғоманов, Ирек Кинйәбулатов менән йылы осрашыу үткәйне. Ошо көндәрҙә беҙгә ҡунаҡҡа күренекле шағирә Гөлнур Яҡупова килде.
Ҡунаҡты ҡаршыларға алдан әҙерләндек. Әҙибәнең шиғырҙарын, хикәйәләрен уҡып, уның бай, һутлы теленә таң ҡалдыҡ. Халҡыбыҙҙың шундай талантлы ҡыҙы булыуына ғорурландыҡ.
Осрашыу уҡыусылар өсөн үҙе бер күркәм байрам булды. Шағирә бала сағы, шөғөлдәре, ҡасан яҙыша башлауы, ижады, тормошо хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне, матур кәңәштәр бирҙе.
Күңелле, илаһи минуттар бүләк иткән әҙибәгә ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Бындай осрашыуҙар беҙгә ҡанат ҡуя.
Марат САФИН,
IX класс уҡыусыһы.