Өфө урамдары буйлап атлағанда алтаҡталарҙағы инглиз, төрөк телендәге яҙыуҙарҙы күреп, ҡайһы саҡта үҙемде сит илдә йөрөгәндәй хис иткәнем бар. Әйтерһең дә, йәшәгән еребеҙ Башҡортостан түгел! Ә ҡайҙа матур башҡортса яҙыуҙар? Был бер мине генә борсомайҙыр. "Аҙаш" фирмаһы хеҙмәткәрҙәре Рифат Раҡаев һәм Рифат Яубаҫаров менән осрашҡанда ошо мәсьәлә хаҡында фекер алыштыҡ.
Әйткәндәй, аҫыл егеттәр башҡорт рухын ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең күңеленә һалыуҙы, бүтәндәргә таратыуҙы үҙҙәренә маҡсат иткән.
– Сибайҙа йәшәгәндә үк был хаҡта уйланып йөрөнөм, – тип башланы һүҙен Рифат Раҡаев. – Хәйер, Көньяҡ Уралдың баш ҡалаһында былай ҙа урамда рәхәтләнеп башҡортса аралашалар, ҡайҙа ҡарама – таныш-тонош. Тыуған ауылым Хәсәндән (Баймаҡ районы) кешеләр күп кенә. Шулай ҙа ниҙер етмәгән кеүек тойолдо. Тәүҙә көрөшкәләрҙе башҡортса семәрләнем.
Рифатҡа Интернет аша заказ биргәндәр, үҙе алып барып тапшырған, әммә юл хаҡы өсөн бер тин дә алмаған. Сабыйҙары менән өйҙә ултырған ҡатын-ҡыҙ йыш мөрәжәғәт иткән икән. Өфөгә килеп төпләнгәс, Ейәнсура районының Үтәғол ауылынан Рифат Яубаҫаров менән танышып алған, һөйләшәһе уртаҡ тема табылған, ҡыҫҡаһы, аҙаштарҙың фекере береккән. Күп тә үтмәгән, үҙҙәренең фирмаһын асып, башкөллө эшкә сумғандар.
Шәхсән үҙем кейем һайлағанда яҙыулыһын һәр саҡ беренсе урынға ҡуям. "Аҙаш" офисында саҡта ла тауарҙың төрлөлөгө һәм күркәмлеге күҙҙе ҡамаштырҙы. Кәштәгә теҙелгән сынаяҡ, көрөшкә, шулай уҡ футболка, таҫтамал, хатта юрған, яҫтыҡ кеүек түшәк кәрәк-ярағы ла иғтибарҙы йәлеп итте. "Уңған хужабикә" тигән яҙыулы алъяпҡысты тотоп ҡарағас та алғым килде. Бына быныһындағы яҙыу – "Исемем – Гөлкәй, күңелемдә һәр саҡ йәй" – ҡайһылай матур яңғырай! Исемле бокалдарҙы теләп алалар икән, йондоҙнамә билдәһе ҡуйылғандарына бигерәк тә ихтыяж көслө. Ғөмүмән, яҙыуҙарҙа мосолман атрибутикаһы, йәшел төҫ, бүре һүрәте һәм “башҡорт” һүҙе өҫтөнлөк итә.
Рифат Яубаҫаровтың һөйләүенсә, улар күп осраҡта тауарҙы заказ буйынса етештерә. Туй һәм тыуған көндәр алдынан офистан айырыуса кеше өҙөлмәй.
Ҡыҙыҡлы бер хәл тураһында ла һөйләп көлдөрҙөләр. Ғаиләлә бер-бер артлы малайҙар тыуған. Насар түгел дә бит, ҡыҙ кәрәк барыбер! Ә инде дүртенсегә ҡыҙ баланың донъяға килеүе уларҙың тормошона айырыуса йәнлелек өҫтәгән.
– Иртәгә бала табыу йортона ҡыҙымды алырға барам, автомобилемә беркетергә берәй нәмә бирегеҙсе, – тип үтенгән атай кеше.
– "Улым артынан килдем" тигәне генә бар, ярамаймы ни, шуны йәбештерегеҙ ҙә ҡуйығыҙ, – тип яуаплаған егеттәр.
– Юҡ, – тип йорт хужаһы барыбер үҙенең һүҙен һүҙ иткән, "улым"ды "ҡыҙым"ға алмаштыртҡан.
Ошоғаса башҡортса яҙыулы конверт һәм открыткаларҙың да магазиндарҙа юҡлығы аптырата. Хәйер, егеттәрҙең был йүнәлештә лә эш башларға уйҙары юҡ түгел.