Өфө ҡалаһы Калинин районындағы 157-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Нурия ЙОСОПОВА:
– Мәктәбебеҙ "Башҡортостан" гәзитенә йыл да яҙыла, шәхсән минең өсөн китапханала бүтән баҫмалар араһында ул биҙәк булып ята.
Беренсенән, бөтә яңылыҡтарҙы, төрлө ҡыҙыҡлы хәбәрҙәрҙе уның аша белеп торам. Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында үҫтем, ғаиләбеҙҙә "Башҡортостан"ды һәр саҡ алдырҙыҡ.
Икенсенән, уҡытыусының ҡайһыһы дәрестә һеҙҙең баҫманы ҡуллана, шул ота. Сөнки "Мәғариф", "Белем һәм тәрбиә" кеүек рубрикаларҙа баҫылған материалдарҙы күптәрҙең ҡулланғанына шаһитмын. Үҙем дә ошо алымға өҫтөнлөк бирәм.
Өсөнсөнән, класымдағы урыҫ, татар, сыуаш һәм башҡа милләт балаларының барыһы ла башҡорт телен бик теләп өйрәнә. Бер малайҙың "Урыҫса-башҡортса" һүҙлекте үҙе менән йөрөтөүе тәүҙә мине аптыратты, һуңынан инде уның өсөн шатландым ғына. Уҡыусымдың башҡорт теленә ҡарата һөйөүенең шул хәтлем көслө булыуы яҡшы ла баһа!
Ғөмүмән, беҙ, мөғәллимдәр, белем һәм тәрбиә орлоҡтары сәсеүҙән тыш, балаларҙы оло тормошҡа ла әҙерләйбеҙ. Бер-береһе менән мөнәсәбәттәре һәйбәт булһа, тығыҙ аралашып йәшәһәләр, уларҙа теләктәшлек көслө була. Тимәк, хеҙмәтебеҙ бушҡа түгелмәй.