"Почта" (“mansion pozita") латин һүҙенән барлыҡҡа килгән. Ул пункттағы станцияны аңлата.
* * *
Рәсәй почтаһы Европала иң боронғоларҙан һанала, ул Киев Русе ойошторолған ваҡытта (IX–X быуаттар) барлыҡҡа килгән.
* * *
Күгәрсендәрҙең аҙашмайынса тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтыуы – мөғжизә. Боронғо гректар, римдар, мысырҙар, йәһүдтәр һәм башҡалар хәрби эштәрҙе ғәмәлгә ашырғанда, шулай уҡ бизнесҡа бәйле нәҡ ошо ҡоштарҙы оҫта файҙаланған. Грецияла Олимпиада уйындары барғанда еңеүселәрҙе һөйөнсөләү өсөн дә тыныслыҡ ҡоштарын осороп ебәргәндәр. Айырыуса Нур ад-Дин хакимлыҡ иткән дәүерҙә күгәрсен почтаһы киң таралған. Почтаның ошо төрөнә ҡаршы немецтар, ҡарсығаларҙы ҡулланып, күгәрсендәргә һуғыш иғлан иткән хатта. Парижда күгәрсенгә һәйкәл дә бар.
* * *
Украиналағы Карпат аръяғы өлкәһенең Перечин район үҙәгендә 2004 йылда почтальонға һәйкәл ҡуйылған.
Федор Фекет 30 йылдан ашыу халыҡҡа өҙлөкһөҙ гәзит-журнал, хат һәм посылка ташыған. Кешеләр уны бөгөн дә тик яҡшы яҡтан ғына хәтерләй, бер һүҙ менән әйткәндә, ихтирамлы, хөрмәтле ауылдаш. Ул бер ҡасан да почтаны һуңлатмаған, ваҡыты, хатта һаулығы менән дә иҫәпләшмәгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр сумкаһын иңенә аҫып ҡайтып барғанда, боҙ ярылып, хат ташыусы һыу аҫтына китә... Тыуған ауылы Турья Реметалағы йортона уның иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылған.
Әйткәндәй, 2008 йылда Мәскәү өлкәһенең Луховицы ҡалаһында почтальон Печкинға һәйкәл асылыуы ла ҙур ваҡиғаға тиң. Почта бүлексәһе ҡаршыһындағы бронзанан эшләнгән композицияның бейеклеге – ике метрҙан ашыу.
Төмән ҡалаһында былтыр шулай уҡ почтальонға һәйкәл ҡуйылған. Ул ҡаланың 427 йыллығына арналған. Ҡатындың ҡулында – хат, эргәһендә – почта йәшниге, авторы әйтеүенсә, уға бәхет мәғәнәһе һалынған.
* * *
Балалар яҙыусыһы Эдуард Успенскийҙың һәр яҙмаһы тиерлек мажараларға бай һәм ҡыҙыҡлы. Мәҫәлән, әҙиптең әҫәрҙәренә таянып төшөрөлгән "Трое из Простоквашино", "Каникулы в Простоквашино", "Зима в Простоквашино" тигән мәрәкәле йәнһүрәттәрҙе телевизор экранына инерҙәй булып ҡарағаныбыҙ иҫтә. Ундағы төп герой – почтальон Печкин үҙенең үҙенсәлекле холоҡ-фиғеле менән хәтергә ныҡ уйылып ҡалған. Әйткәндәй, ул – уйҙырма персонаж, Простоквашино исемле ауыл да булмаған.
Ғүмере буйы тыуған ауылында йәшәгән почтальон Печкин мультфильмда бөтә Совет иленә хас ауыл психологияһын асып бирә. Был әҙәм һәр кемдең шәхси тормошона ҡыҫылырға маташа, ауылдаштарын эҙәрлекләй, тәртип боҙоусыларға ҡаршы көрәш аса, урамда осрағандарға кәрәкмәгән һорауҙар биреп, теңкәһен ҡорота, посылканың кемгә тәғәйенләнгәнен белһә лә, был кешенән документ һорап ыҙалата...
* * *
Күптән барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, "почта" һүҙенең әлегәсә башҡортса тәржемәһе юҡлығы ғәжәпләндерә.