11 мартта Стәрлетамаҡ полицияһы 42 йәшлек Денис Громовҡа ҡарата Рәсәй Енәйәт кодексының “Аҡса талау” тураһындағы 163-сө статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.
Йәнәһе, ул компромат мәғлүмәт өсөн “Башҡортостан сода компанияһы” етәкселәренең береһенән 4 миллион һум аҡса таптырған. Громов химия предприятиеһы етәкселәренең береһенә заводты яманлаған видеоматериалдарға эйә булыуы тураһында хәбәр итә. Әммә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ идаралығындағы иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре уны аҡса тапшырылған мәлдә ҡулға ала.
Денис Громов — Рәсәй Йәмәғәт экология контроленең Башҡортостан буйынса рәйесе. Ул Стәрлетамаҡта экологик талаптар менән протест акциялары һәм пикеттары ойоштороусы булараҡ билдәле. Бынан тыш, Өфө районында “Кроношпан” заводын төҙөүгә ҡаршы сығыусыларҙың да береһе ул.
— Бындай ғәмәлдәре менән Громов йыйылыштарҙа, митингтарҙа көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәргән йәмәғәт хәрәкәттәре етәкселәренең абруйына тап төшөрә, — ти “Башҡортостан сода компанияһы”ның йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса директоры Сергей Лобастов.