Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы начальнигы Вилора Горохольская хәбәр итеүенсә, быйыл ташҡын көслө булмаясаҡ.
Былтыр көҙ, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, тупраҡтағы дым —25, Ағиҙел йылғаһы бассейнында ҡар тупламы 10—50 процентҡа юғарыраҡ булған.
— Йыш ҡына тупраҡ ныҡ туңған осраҡта һыу тәрәнгә китә алмай. Әле ҡар әкренләп иреһә, һыуҙың тиҙ арала һеңеп бөтөүе ихтимал, — тине Вилора Горохольская.
Күҙаллауҙарға ҡарағанда, Өфө эргәһендә Ағиҙелдең кимәле 670—770 сантиметрға етәсәк. Был норманан 10 сантиметрға түбәнерәк. Стәрлетамаҡ янында күрһәткес 390—490 сантиметр булыуы көтөлә. Стәрле менән Ашҡаҙар йылғаларының ярҙарынан сығыуы, бер аҙ ташҡын булыуы бар. Бөрө янында Ағиҙелдең кимәле 680—780 сантиметрға күтәреләсәк. Һыу баҫыуы көтөлмәй. Йылғаларҙа боҙ тығындарының булыуы ихтимал. Бындай урындар ведомство хеҙмәткәрҙәренә яҡшы билдәле. Ташҡын эҙемтәләрен иҫкәртеү буйынса эш теүәл алып барыла. Аныҡ прогноз 25 мартта буласаҡ.