Республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән редакциябыҙҙың тәржемә бүлеге мөдире Лилиә Дәүләтбәковаға “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
17 йыл эшләү осоронда уның ҡулы аша урыҫ телендәге күпме мәҡәлә, доклад, закон һәм ҡарарҙарҙың үтеүен күҙ алдына баҫтырыуы ла ауыр. Гәзитебеҙҙә донъя күргән тәржемәләрҙең уҡымлы булыуы Лилиә Фәрит ҡыҙының оҫталығынан, эшен яратып атҡарыуынан.
Уға республикабыҙ Хөкүмәте, төрлө министрлыҡ һәм учреждение белгестәре лә тәржемә буйынса ярҙам һорап йыш мөрәжәғәт итә. Өфө ҡалаһы һәм райондары хакимиәттәренең телдәр буйынса комиссияһы ағзаһы булараҡ та ойошмаларҙың рәсми атамаларын, теге йәки был һүҙҙәрҙең башҡортсаға тәржемәһен раҫлаған ултырыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Урыҫса-башҡортса һүҙлектәр әҙерләгәндә лә уның тәжрибәһенә таяналар.
Хеҙмәттәшебеҙҙе дәүләт наградаһына лайыҡ булыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм гәзитебеҙҙең йөкмәткеһен байытыуҙа ижади уңыштар теләйбеҙ!
“Башҡортостан”дар.