Хосусилаштырырға өлгөрҙөгөҙмө?15.03.2014
Хосусилаштырырға өлгөрҙөгөҙмө?
Киләһе йылдың 1 мартында дәүләт һәм муниципаль торлаҡ фонды биналарын хосусилаштырыу программаһы ваҡыты тамамлана. Күптәр был хоҡуҡтан файҙаланып та өлгөрҙө. Әммә ордер йәки социаль яллау килешеүе буйынса йәшәгәндәр ҙә юҡ түгел.

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе И.М. Шеляков әйтеүенсә, 1998 йылдан алып республикала 650 мең самаһы кеше торлағын хосусилаштырыу хоҡуғынан файҙаланған. Тимәк, биналарҙың 80 проценты граждандар милкенә күскән. Хосусилаштырыу мәсьәләһен хәл итеүгә һәм документ тапшырыуға теүәл бер йыл ҡалды.
Өфөлә ошондай хеҙмәт күрһәтеүҙе һорап, баш ҡаланың Күсемһеҙ милек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Башҡа ҡала, райондарҙа йәшәүселәр ошо биләмә хакимиәтенең хосусилаштырыу мәсьәләләре менән шөғөлләнгән белгестәренән ярҙам һорай ала. Был органдарҙа ғариза биреүсегә документтар исемлеген тәҡдим итәсәктәр. Атап әйткәндә, торлаҡтың техник планы һәм кадастр паспорты кәрәк. Техник планды кадастр инженерҙары төҙөй. Уның нигеҙендә “Росреестр”ҙың Федераль кадастры палатаһының республика филиалында кадастр паспорты эшләйҙәр.
Граждандың ғаризаһын һәм тейешле документтарын ҡабул иткәндән һуң, урындағы үҙидара органы йәки учреждение уның менән торлаҡты милеккә тапшырыу килешеүен төҙөй. Артабан ул милек хоҡуғының күсеүен теркәү өсөн “Росреестр”ҙың республика буйынса идаралығына бирелә. Был эште күп йүнәлешле үҙәктәр аша ла башҡарырға мөмкин. Милек хоҡуғы тураһындағы таныҡлыҡты документ тапшырғандан һуң 18 календарь көн үткәс алырға була.
Торлаҡ фонды объекттарын хосусилаштырғанда Берҙәм дәүләт реестрынан өҙөмтә талап ителә. Был документты “Росреестр” бирә. Бер ғаилә ағзаһына белешмә хаҡы — 500 һум. Шул уҡ ваҡытта өҙөмтәне талап иткән орган уны, граждандар ҡатнашлығынан тыш, үҙе лә алыу мөмкинлегенә эйә.


Вернуться назад