Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар.
Тантанаға төрлө һөнәр эйәләре — уҡытыусылар, табиптар, предприятие һәм ойошма етәкселәре, судьялар берләшмәһе вәкилдәре, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре килде. Республикабыҙҙан ун бала тәрбиәләгән Зилә менән Радик Ишморатовтар ғаилә традицияларын нығытҡан өсөн ил Президентының Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡулынан “Ата-әсәлек даны” орденын алды.
“Башкиргеология” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Сибай филиалынан баш геолог Николай Татаркоға “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған геологы” тигән маҡтаулы исем бирелде.