Һәр башлыҡ үҙ биләмәһе өсөн яуаплы15.03.2014
Былтыр республикала 59 384 сабый донъяға килгән. Дөйөм алғанда, үлем осраҡтары кәмегән, әммә 25 районда һәм алты ҡалала артҡан. Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары менән берлектә үткәрелгән республика селектор кәңәшмәһендә ошо һәм башҡа демографик мәсьәләләр хаҡында һүҙ барҙы. Сара Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова етәкселегендә уҙҙы.

– Демография мәсьәләһен урындағы социаль-иҡтисади хәлдән айырып ҡарап булмай. Уны хәл итеүҙә һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль тәьмин ителеш менән бәйле эшләргә кәрәк, – тине Лилиә Салауат ҡыҙы.
Шуға кәңәшмәлә һәр хакимиәт башлығының үҙенә ышанып тапшырылған биләмәләге демографик күрһәткес өсөн шәхси яуаплылыҡ тойоуы мөһим тип билдәләнде.
Рәсәй Президентының 2012 йылдың майындағы указдарына ярашлы, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәренең йәшәү кимәлен яҡшыртыу буйынса саралар билдәләнгәйне. Республикала социаль тармаҡта бөтәһе 173 мең кеше эшләй. 597-се Указ иһә дәүләттең социаль сәйәсәтен яҡшыртыуға, күрһәтелгән хеҙмәттәр сифатын күтәреүгә һәм бюджет өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә хеҙмәт хаҡын арттырыуға йүнәлтелгән. 2013 йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, был бурыс атҡарылған. Былтыр ошо юҫыҡта республика ҡаҙнаһынан 4 миллиард һум аҡса бүленгән.
Кәңәшмәлә шулай уҡ етем балаларға торлаҡ биреү мәсьәләһе ҡаралды. Әбйәлил, Асҡын, Бишбүләк, Бөрө, Борай, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Мәләүез, Стәрлебаш, Тәтешле, Хәйбулла, Яңауыл райондарында, Нефтекама, Салауат ҡалаларында бүленгән бөтә аҡса ла етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.


Вернуться назад