Бала — ата-әсәгә алтын бағана15.03.2014
Бала — ата-әсәгә алтын бағана
Хөкүмәт йортонда сираттағы күңелле һәм матур сара уҙҙы: күп балалы гүзәл затҡа “Әсәлек даны” миҙалдары тапшырылды. Был тантана республикала инде 110-сы тапҡыр ойошторола. Биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 6 351 әсә бүләккә лайыҡ булған. Юғары награданы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаѕары Лилиә Ғүмәрова тапшырҙы.

Бүләк алырға әсәләр байтаҡ ҡына йыйылды – республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән алты тиѕтәгә яҡын кеше килгәйне. Хөкүмәт йортоноң рәсми саралар үткәреү залы сағыу кейемле, көләс йөҙлө ҡатын-ҡыҙҙан торған гөлләмәне хәтерләтте. Мөхит тә татыу ғаиләләгеләй йылы ине.
– Иң тәүҙә Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауын һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, – тип башланы һүҙен Лилиә Салауат ҡыҙы. – Республикала алып барылған социаль сәйәсәттең өѕтөнлөклө йүнәлеше – ғаилә, ә күп бала тәрбиәләгәндәр айырыуса иғтибар үҙәгендә тора. Һеҙҙе торлаҡ менән тәьмин итеү, балаларҙы уҡытыу, медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса тырышып эшләйбеҙ. Ошо көндәрҙә генә Хөкүмәттә демография мәсьәләһенә арналған кәңәшмә булды, уны хәл итеүҙә иң ҙур ярҙам һеҙҙең ише ғаиләләрҙән икәнлегенә баѕым яһалды.
Залдағыларҙың күпселеге биш бала менән генә сикләнмәгән. Сибайҙан килгән Баҡтыгөл Мөхәмәтҡужина вице-премьерға алты сабыйы барлығын һәм әле етенсеһен көтөүҙәре тураһында әйтте. Лилиә Салауат ҡыҙы һоҡланып, алты-ете бала тәрбиәләгән ғаиләләргә өѕтәмә ташламалар хәстәрләргә кәрәк, тип белдерҙе.
Был юлы әсәләрҙең күбеһе Мәсетле, Балаҡатай, Бөрө, Баҡалы, Архангел райондарынан килгәйне. Ғәҙәттә, миҙалды ауылда йәшәгән гүзәл зат ала. Ә бөгөн ҡаланыҡылыр ҙа байтаҡ булды. Өфөнән – ете, Стәрлетамаҡтан – өс, Межгорьенан – ике, Сибай менән Ағиҙел ҡалаларынан берәр әсә килгәйне.
Фотоға төшә башлағас, бер йәш кенә, һомғол буйлы һылыуҡай иғтибарҙы йәлеп итте. Әллә берәй райондан әсәләрҙе оҙатып килдеме икән? Тик түшендә миҙал, ҡулында сәскә гөлләмәһе күреп, уның да бүләкләнгән әсә икәнлеген аңланым. Мәсетле районынан килгән Юлиә Низамова биш балаға ғүмер бүләк иткән икән. Ә уға нисә йәш тип уйлайһығыҙ? 26! Аптырау ҡатыш һоҡланыуымды йәшерә алмай аралашып киттек. Юлиә менән Рауил Низамовтар ғаиләһендә Альбина, Кристина, Лиана, Рөстәм һәм Арина үѕә. Иң өлкәндәре Альбинаға августа ун йәш тулһа, кескәй ҡыҙҙарына – йәш тә ун ай ғына. Өфөлә үѕкән Юлиә 17 генә йәшендә кейәүгә сыға, бер ни тиклем баш ҡалала йәшәгәс, ауылға ҡайтып төпләнергә ҡарар итәләр. Әле ғаилә башлығының үҙ ауыл хужалығы техникаһы бар, шунда эшләй. Йәш әсә иһә өйҙә балалар ҡарай.
– Шундай йәшһең, ә инде биш балаң бар. Ауыр түгелме, йәшлегем сабый бағып үтә тип ҡайғырмайһыңмы? – тип һорамай түҙмәнем.
– Биш балам бар икәнен белгән һәр кем аптырай инде. “Үҙең бала ғына бит әле”, – тип әйтеүселәр ҙә күп. Ә мин хатта бер минутҡа ғына ла үкенгәнем юҡ. Ҡыҙҙарым менән бергә үѕәбеҙ. ”Әсәй, әйҙә һине биҙәндерәйек, сәсеңде үрәйек”, – тип торалар. Иҙән, ҡашығаяҡ йыуышалар, бәләкәстәрҙе тәрбиәләшәләр. Балаларым менән күңелле, – ти ул.


Вернуться назад