Сәфәребеҙ көндәрҙең йонсоу сағына тура килде. Һауа торошо, әлбиттә, кәйефкә йоғонто яһамай ҡалманы. Әммә Асҡын районы ҡулланыусылар йәмғиәтендә булғандан һуң, күңелһеҙ уйҙар бөтөнләй таралды. Кооперация рәйесе Альфред Хәҙимуллинды ғәжәйеп кеше тигәйнеләр, раҫ булып сыҡты. "Һә" тигәнсә шиғыр ҡойған көр тауышлы, мөһабәт кәүҙәле ирҙе сауҙа өлкәһендә эшләйҙер тип һис уйламаҫһың.
Райпо бинаһында, ғәҙәттә, иң элек план-күрһәткестәр күҙгә ташлана торғайны, бында иһә сыбар һандар йәнәшәһендә мәҙәни тормошто яҡтыртҡан әллә күпме фотоһүрәт урын алған. Төрлө номинация буйынса еңеүселәрҙең маҡтау ҡағыҙҙары ла байтаҡ. Һәр береһен диҡҡәт менән күҙҙән үткәреп, ҡулланыусылар йәмғиәтендә һатыусы, ашнаҡсы йәки тауар әҙерләүселәр менән бергә артистар ҙа эшләйме икән, тип тә уйларға мөмкин.
Һәр хеҙмәткәр хаҡында әллә күпме һөйләргә әҙер Альфред Зәүхәт улы. Хатта план-күрһәткестәр онотола яҙҙы.
— Үҙебеҙҙең бурысты үтәйбеҙ, хеҙмәткәрҙәрҙең береһенә лә һүҙ әйтерлек түгел, һәр кем тырыша. Ә бына йыш ҡына план талап итеп, һандар менән мауығып, кеше күңеленә күҙ һалырға онотабыҙ. Ул ниндәй уйҙар менән йәшәмәҫ, ауыр хәлдәргә тарымаҫ?! Хеҙмәт кешеһенә һәр ваҡыт иғтибарлы булырға кәрәк. Шул сағында улар дәртләнеп китә, план да үтәлә, — тип башланы ул һүҙен.
Альфред Зәүхәт улының телгә оҫталығын һәм сәхнәлә сығыш яһау маһирлығын да ҡолаҡҡа төшөргәйнеләр. Концерт ҡуйыуҙарын, спектакль әҙерләүҙәрен кинәнеп бәйән итте:
— Коллективыбыҙ район кимәлендәге барлыҡ мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Профсоюз, ревизия комиссияһы рәйестәре, баш бухгалтер һәм кадрҙар начальнигы ла сәхнәгә сыға. "Йәштәр ҡатнашһың, оло башым менән ни эшләп йөрөйөм?" — тип әйткән кеше юҡ. 160 самаһы хеҙмәткәрҙең 30-ы даими сығыш яһай. Репетицияға ғаиләләре менән йөрөүселәр ҙә бар.
"Планды үтәргә кәрәк, шулай эшләгеҙ, былай итегеҙ" тип өҫтәлгә һуҡҡансы, үҙҙәрен нимәгәлер йәлеп итеү, ҡыҙыҡһындырыу күпкә отошло. Сауҙа өлкәһендә еңелдән түгел, халыҡ менән эш итергә тура килгәс, сетерекле мәсьәләләр йыш тыуа. Ә бына татыулыҡ, берҙәмлек күп кенә бәхәсле хәлдәрҙән арындыра. Етәксе эште ойоштора, коллективты берләштерә белергә тейеш тип иҫәпләйем. Мин, моғайын, уҡытыусылығымдан сығып шулай уйлайымдыр, байтаҡ йылдар мәктәптә эшләнем. Сауҙа өлкәһендәгеләрҙең күбеһе миңә ҡарағанда тәжрибәлерәк, эштең нескәлектәрен дә яҡшыраҡ белә, шуға бер ҡасан да өҫтәл төйөп талап итмәйем, аңлашып эш итеү яҡлымын. Бөгөн һатыусыға ла, етештереүсегә лә еңел түгел. Әммә йәшәлгән һәр көндө матур итеү, мәғәнәле үткәреү үҙебеҙҙән тора. Шуны аңлап, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашабыҙ, хатта республика кимәлендә үткәндәренән дә ҡалмайбыҙ. Мәҫәлән, 2010 йылда бер конкурста ҡатнашып, бәләкәй икмәкханаға эйә булдыҡ. "Салауат йыйыны"нда ла юғары баһа бирҙеләр. Коллектив менән Ҡазан ҡалаһына экскурсияға, Өфөгә театрға барыу күңелде өр-яңы кисерештәр менән байытты. Тәбиғәт ҡосағына ла сығабыҙ. Миләш, бәшмәк, гөлйемеш, алма йыйыуҙы ла матур сараға әйләндерергә тырышабыҙ.
Һәр кем күңеле менән артист тип иҫәпләйем. Алмас Шаһиев — баянда, Фәрҙәт Әхмәтғәлиев гармунда уйнай, Илназ Хәҙимуллин — алыштырғыһыҙ бейеүсе, Фәниә Борханова, Зинфира Шаһиева менән Рәлиә Ғәйҙуллина моңло йырлай. Спектаклдәребеҙ ҙә уңышлы сыға...
Альфред Зәүхәт улын коллективы өсөн үҙе бер табыш тиергә лә мөмкин. Шәп бейеүселәрҙең береһе ул. Алыштырғыһыҙ комментатор тиеүҙәренең сәбәбен дә асыҡланыҡ. Һабантуйҙа ат сабышы бәйгеһен алып барыуҙы 13 йыл инде уға ғына ышанып тапшыралар икән. Тауышы көр, ә тамашаны шиғри юлдарға һалып алып барыуы сараның бәҫен күтәреп ебәрә.
Төбәктә А. Хәҙимуллинды шағир булараҡ та яҡшы беләләр. 2008 йылда китабы нәшер ителгән. Талант эйәһе башҡаларға сәләмәт йәшәү өлгөһө лә күрһәтә. Спиртлы эсемлекте ауыҙына алмауына ике тиҫтә йылдан ашыу булып киткән. Тәмәкенән баш тартырға ла көс тапҡан.
Йырлап-бейеп кенә йәшәйҙәр икән асҡындар тип уйламағыҙ, эштәре лә көйлө бара. Халыҡты ҡамыр ризыҡтары, һут һәм башҡа төр тауарҙар менән тәьмин итеп торалар. Икмәкте көнөнә 20-25 тонна бешерәләр. Заман талабын иҫәпкә алып, тауарҙы төрләндерәләр. Балыҡ тоҙлай башлағандар, лимонад әҙерләйҙәр. Райпо ҡарамағында 40-тан ашыу магазин, ике кафе, икмәк бешереү һәм колбаса етештереү цехтары бар.
Асҡында бына шулай эштә лә һынатмаған, мәҙәни тормошта ла ҡайнап йәшәгән матур коллектив менән таныштыҡ.