Ҡатын алыу ғәҙеллеккә бәйле14.03.2014
Ҡатын алыу ғәҙеллеккә бәйле
— "Ҡөрьән"дә ир-атҡа дүрт ҡатын алырға рөхсәт ителгән. Ә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең, белеүемсә, алты хәләл ефете булған. Быға ҡарашығыҙ нисек, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

З. РӘШИТОВ.
Бөрйән районы.

Башҡортостан мосолмандарының
Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Изге "Ҡөрьән"дә 114 сүрә бар. Араларында иң оҙондарҙың береһе — "Ән-Ниса", йәғни "Ҡатын-ҡыҙ" тип исемләнгәне. Уның тәүге аят кәримәһендә Аллаһ Тәғәләгә тәҡүәлек ҡылырға, уның ҡанундарын үтәргә, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡларға саҡырыла. Икенсеһендә етемдәрҙең малына теймәү, уларға ҡарата ихтирамлы, ғәҙел булыу мөһимлеге әйтелә. Тимәк, Хоҙай Тәғәлә барлыҡ әҙәм балаларын тигеҙ итеп яратҡан икән, бер-береңә хөрмәт күрһәтеп йәшәү зарур.
"Ән-Ниса"ның өсөнсө аят кәримәһендә иһә "етемдәргә ғәҙел була алмауҙан ҡурҡһағыҙ, улар араһындағы ҡатындарҙан үҙегеҙгә оҡшағандарға өйләнегеҙ, икәүгә, өсәүгә һәм дүртәүгә", тиелгән. Тимәк, никахлашырға кәңәш ителә. Был саҡта, әлбиттә, ҡатындар һеҙҙең ғаилә ағзаһына, балаларығыҙҙың әсәһенә әүерелә, һөҙөмтәлә уларға ҡарата ғәҙел булыу шарты иң юғары дәрәжәгә күтәрелә. Ә инде был хәләл ефеттәрегеҙгә ғәҙел була алмауҙан ҡурҡһағыҙ, берәүгә генә өйләнегеҙ, тиелә "Ҡөрьән"дә. Тимәк, дүрт ҡатын алыу мотлаҡ түгел, фәҡәт рөхсәт кенә.
Быны, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ҡатын-ҡыҙҙы хурлау, кәмһетеү тип аңларға ярамай. Тормошта бит төрлө хәл-ваҡиға була. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышында күпме ир-ат яуҙан әйләнеп ҡайтмаған, һөҙөмтәлә бихисап ҡатын тол ҡалған, ҡыҙҙар кейәүгә сыға алмаған. Ошондай осраҡтарҙа башҡалар ҙа ғаилә ҡороп, ирле булһын, үҙен яҡлаулы тойһон, бала үҫтерһен өсөн Аллаһ Тәғәлә хикмәтен ебәргән. Ҡайһы бер илдәрҙә бер нисә ҡатын алырға рөхсәт иткән ҡанун әле лә бар.
Пәйғәмбәребеҙгә килгәндә, ул үҙенә 25 йәш булғанда 40 йәшлек Хадижәгә өйләнгән. Башҡа хәләл ефеттәре иһә — ирҙәре һуғышта ҡалған тол ҡатындар. Араларында Ғәйшә генә алдараҡ кейәүгә сыҡмаған булған.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдәге көс-ғәйрәттең башҡа бер кешелә лә булыуы мөмкин түгел. Ул Исламға нигеҙ һалған, 25 йыл дауамында бөтөн кешелек донъяһына Ҡиәмәткә ҡәҙәр етерлек ғилем ҡалдырған, меңдәрсә хәҙис әйткән, йәшәү рәүеше менән башҡаларға үрнәк булған. Шуға күрә "Ни өсөн Пәйғәмбәребеҙҙең ҡатындары алтау булған? Ниңә башҡаларға дүртәү генә рөхсәт ителгән?" тиеү урынһыҙ.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең хушлашыу хажында ла (унда 120 меңдән ашыу сәхәбә ҡатнашҡан) ҡатын-ҡыҙҙың хаҡын үтәргә бойорған. Хоҙай Тәғәлә һәр ир-атҡа ошо бурысты аңларға, гүзәл затҡа ихтирам, хөрмәт күрһәтеп йәшәргә насип итһен, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.
Махсус битте Дилбәр Ишморатова әҙерләне.


Вернуться назад