Һәр кемгә изге сәфәр юрай14.03.2014
Һәр кемгә изге сәфәр юрай
Юл буйындағы май-яғыулыҡ станцияларына туҡталғанда һәр саҡ: “Ниңә ошонда мәсет тә юҡ икән, инә һалып сығылыр ине”, — тигән уй тыуа. Техника бензин талап иткәндәй, әҙәм балаһына ла бит рухын тулыландырып тороу мөһим. Өҫтәүенә юл буйындағы иман йорто һәр кемгә изге сәфәр юрап, фатиха биреп торор ине.

Өфөнөң Ноғай ауылында былтыр йәй асылған яңы мәсет ошо теләктәрҙе иҫәпкә алып төҙөлгән төҫлө. Ингән ерҙә һәр кемде сәләмләп ҡаршылаған, фатиха биреп оҙатҡан иман йортона һоҡланмау мөмкин түгел — матурлығы, үҙенсәлекле архитектур ҡоролошо менән йыраҡтан уҡ иғтибарҙы үҙенә тартып тора ул. Ә инде биләмәһендәге балалар өсөн уйын майҙансығы — күптәребеҙгә бығаса ят булған күренеш. Ошолай һәр быуын хаҡында хәстәрлек күҙгә ташлана бында.
— Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың тәҡдиме менән төҙөлөш өсөн яуаплылыҡ миңә йөкмәтелгәйне, бурысты лайыҡлы атҡарып сыҡтыҡ, тип әйтә алам, — ти иман йортоноң имам-хатибы Ришат Мөхәмәтуллин. — Проектты АС “Проект” ойошмаһы (етәксеһе — Гүзәл Яубаҫарова) эшләп бирҙе. Төҙөлөштө атҡарып сығыуҙа Өфөнөң Ноғай, Зинин, Жилин, Иглин районының Аҡбирҙе ауылдары халҡы, баш ҡала хакимиәте һәм башҡалар ҙур ярҙам күрһәтте. Мәсеткә килеүселәрҙең йыл һайын арта барыуы һөйөндөрә. Белеүегеҙсә, Ноғай ауылы көндән-көн ҙурая, матур-матур йорттар төҙөлә. Шуға күрә мәсеткә йөрөүселәрҙең араһында йәштәрҙең күплегенә аптырайһы түгел. Иман йортонда Ураҙа, Ҡорбан байрамдарын уҙғарҙыҡ, халыҡ шығырым тулы булды. Шулай уҡ никах туйҙары ойошторабыҙ, сабыйҙарға исем ҡушабыҙ.
Ришат хәҙрәт — Балаҡатай районының Айғыръял тигән башҡорт ауылынан. Әйтеүенсә, олатайҙары, өләсәйҙәре диндар кешеләр булған. “Иман юлына килеүем — яҡындарымдың доғаларынан, изге теләктәренән”, — ти ул.
Ауыл мәктәбендә XI класты тамамлағас, Ришат Мөхәмәтуллин һөнәрселек училищеһында газ һәм электр менән иретеп йәбештереүсегә уҡый. Егеткә был белеме Ноғайҙағы мәсетте төҙөгәндә, үҙенә йорт һалғанда (ул әле ғаиләһе менән Шамонин ауылында йәшәй), шулай уҡ көндәлек тормошта ныҡ ярҙам итә. Ғөмүмән, Ришат хәҙрәттең әйтеүенсә, һәр ир-ат эшсе һөнәрҙәрен белергә тейеш. Имам-хатиптың да оҫта ҡуллы булыуы мөһим: ундайҙарға халыҡ һәр саҡ оло ихтирам менән ҡарай.
Һәр кемгә изге сәфәр юрайРишат хәҙрәт ата-әсәһенең кәңәше менән училищенан һуң Һамар өлкәһенең Ғәли ауылында, унан Өфөләге Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәлә белем алған, бер ыңғайҙан БДУ-ның тарих факультетында ситтән тороп уҡыған. Тырыш, ышаныслы егетте Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин 2004 йылда Ноғай ауылына имам-хатип итеп тәғәйенләгән.
— Тәүҙә, мәсет булмағас, йома намаҙҙарын мосолмандар йәшәгән өйҙәрҙә уҙғара торғайныҡ, — тип хәтерләй Ришат хәҙрәт. — Ике йыл тирәһе шулай йөрөлдө, унан мәхәллә төҙөп, мәсет асырға ҡарар иттек. Әл-хәмдү лил-ләһ, теләгебеҙ тормошҡа ашты. Иман йортоноң әлегә исеме юҡ. Берәүҙәр уны “Ноғай мәсете” тип кенә ҡалдырырға тәҡдим итһә, икенселәр “Кәүҫәр”, “Рамаҙан”, “Кәрамәт” (мөғжизә) тигән варианттар тәҡдим итә. Иншаллаһ, улар араһынан иң күркәме һайлап алыныр, иман йортоноң исеме есеменә тап килерлек эш алып барылыр. Аллаға шөкөр, хеҙмәткәрҙәребеҙ етерлек, күптән түгел миңә ярҙамсы итеп Рәфис хәҙрәт Ғәзизовты алдыҡ. Уның менән бергә мәсеттә халыҡҡа Ислам тәғлимәте нигеҙҙәрен, Ҡөрьән уҡырға өйрәтәбеҙ, ғәрәп теле дәрестәрен алып барабыҙ. Уҡыусыларыбыҙҙың араһында йәштәрҙең, балаларҙың булыуы айырыуса һөйөнөслө. Улар ғилемде өлкәндәргә ҡарағанда тиҙерәк өйрәнә, йәһәт отоп ала.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәсеттең эргәһендә транспорт туҡталышы юҡ. Уны эшләһәк, иншаллаһ, иман йортона халыҡ тағы ла күберәк килер, тип ышанабыҙ. Кешеләргә һәр яҡлап уңайлы булһын өсөн мәсет янында ашхана асыу ниәте лә бар.
Ришат хәҙрәттең әйтеүенсә, ул йәшәгән Шамонин ауылында ла иман йорто төҙөргә уйлайҙар икән. Урыны ҡаралған: мәсет иң ҡалҡыу ерҙә — тәүге балалар баҡсаһы янында — буласаҡ.
— Йәш быуын дингә дәррәү килһен ине, — ти Ришат хәҙрәт. — Ул бит матур итеп йәшәргә, бер-берең менән күркәм мөнәсәбәт ҡорорға, ата-әсәңә, өлкәндәргә ихтирамлы булырға, балаларға дөрөҫ тәрбиә бирергә, ғөмүмән, тик яҡшылыҡҡа өйрәтә.

Ноғай ауылы.


Вернуться назад