Мәскәүҙә Рәсәй крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының һәм ауыл хужалығы кооперативтарының XXV съезы уҙҙы. Мөһим сарала республикабыҙҙан да ҙур делегация ҡатнашты. Улар араһында иҡтисад фәндәре кандидаты, Башҡортостан фермерҙары берләшмәһе рәйесе Зифҡәт Сәйетғәлиев тә бар ине. Беҙ уға ошо сара, унда күтәрелгән мәсьәләләр хаҡында тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һорап мөрәжәғәт иттек.
— Зифҡәт Ислам улы, күп илдәрҙә фермерҙарға илде туйындырыусы, именлеген тәьмин итеүсе булараҡ ҙур хөрмәт менән ҡараһалар, беҙҙә хәл башҡасараҡ. Моғайын, йыйында ошо проблемалар хаҡында фекер алышҡанһығыҙҙыр… – Был съезд Рәсәйҙә фермерлыҡ хәрәкәтенә 25 йыл тулыуға арналды. Ике көн барҙы. Унда илдең 80 төбәгенән 900 самаһы делегат, шулай уҡ АҠШ, Германия, Ҡаҙағстан, Беларусь, Финляндиянан вәкилдәр ҡатнашты.
Тәүге көн шау-шыулы үтте, низағ сыҡты. Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре фермерҙарҙы бик өнәп бөтмәгән кеүек тойолдо. 500-ләп, меңәрләп баш һыйыр, сусҡа аҫраған ҙур етештереүсе хужалыҡтар менән шөғөлләнеүҙе хуп күрәләр бит. Уларға министрлыҡ аҡсаһын да йәлләмәй, аҡлаймы-юҡмы, уныһын ҡарап тормай, ҡиммәт хаҡҡа заманса ҡорамалдар һатып алып бирә, ә фермерҙарға һаман да үгәй балаға ҡараған кеүек мөнәсәбәттә. Минеңсә, был хата күренеш. Бөгөн ҙур хужалыҡтар йылына 2-3 процент үҫеш бирһә, бик һәйбәт. Ул да юҡ, һыйырҙар һаны кәмей. Былтыр Рәсәйҙә һөт етештереү 10 процентҡа аҙайҙы, ә республикала өс процентҡа юғалды. Ысын һан фермерҙарҙыҡын, шәхси хужалыҡтарҙыҡын ҡушҡас ҡына барлыҡҡа килә. Ә фермерҙар һөт, ит етештереүҙе бер йылда 20 – 25 процентҡа арттырҙы.
Әлбиттә, Рәсәй фермерына осраған ҡаршылыҡтар бөтәһе түгел. Төрлө төбәктәрҙең делегаттары үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Мәҫәлән, берәүҙәр ерҙең әкренләп урындағы фермерҙар ҡулынан китә барыуына бәйле борсолоу белдерҙе, икенселәр үҫтерелгән игендең һәм мал аҙығының арзан булыуы, илдә миллионлаған гектар майҙандың буш ятыуы, бөтөнләй ят ҡулдарға күсеүе, ә ер эшенә тотонорға теләүселәргә уның бирелмәүе хаҡында һөйләне.
Төп мәсьәлә ғаилә фермерына ҡағылышлы булды. Илдә уларҙың эшмәкәрлеген үҫтереү юлдары ҡаралды. Съезда Хөкүмәткә ауыл хужалығы аҙыҡ-түлегенә тарифтарҙы көйләү, ер мәсьәләһе һәм ер ресурстары буйынса дәүләт комитеты төҙөү тәҡдимдәре индерелде.
– Һеҙ ҙә сығыш яһанығыҙмы? — Юҡ, беҙгә ундай мөмкинлек бирелмәне. Бының кәрәген дә тапмайым. Өфөлә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары съезында сығыш яһағайным инде. Беҙ күберәк сит ил делегацияһын тыңларға, уларҙан фәһем алырға тырыштыҡ.
— Бигерәк тә ҡайһы ил фермерҙарының эш алымы оҡшаны? — Әлбиттә, Американыҡы! Айова штатынан килгән фермерҙарҙың сығышын һоҡланып тыңланым. Айованы аҙыҡ-түлек етештереү буйынса донъяның баш ҡалаһы тип йөрөтәләр. Улар бөтә Рәсәйҙә етештерелгән тиклем иген үҫтерә. Унда ысын фермерҙар йәшәй, эште яҡшы ойошторғандар. Хөкүмәт уларға дөрөҫ идара итә. Айовала фермерға кредит юллау өсөн бер нисә көн етһә, Рәсәйҙә кәрәкле ҡағыҙҙар йыйыуға хатта айлап ваҡыт үтә. Беҙҙә кредит ставкаһы 25 процентҡа етһә, унда 4,5 – 5,5 проценттан уҙмай. Штатта фермерҙарға туйындырыусы булараҡ ҙур ихтирам менән ҡарайҙар, хатта закондар сығарыу эшендә лә әүҙем ҡатнаштыралар. Улар берләшеп эшләй. Ярай, уныһы Америка бит ул, йыраҡ, тип әйтәйек. Беҙгә терәлеп ятҡан Финляндияла ла фермерҙарҙың тормошонан көнләшерлек. Харап яҡшы йәшәйҙәр. 19 һөт заводы булдырғандар, хатта сит илдәрҙә, Рәсәйҙә лә бар. Улар һөт һатмай. Ә беҙ һатабыҙ, һатҡас, алыусыһы бар. Кемдер һыу ҡуша. Беҙ бер-беребеҙҙе алдайбыҙ. Ә финдар үҙҙәре етештергәнде үҙҙәре килтереп һата.
Американдарҙың да, финдарҙың да бөтә нәмәһе бар: техникаһы ла, элеваторы ла. Ә беҙҙә элеваторҙарҙың барыһын да шәхси ҡулдарға биреп бөттөләр. Ул юл дөрөҫ булманы. Хәҙер элекке элеваторҙар эшләмәй, тик ултыра. Хужалыҡтарға ашлығын киптерергә, һаҡларға кәрәк, уларға тапшырһаң, яртыһын юғалтаһың. Ойоштороп торған субъект юҡ. Беҙгә берләшегеҙ тип лаф оралар. Уныһын үҙебеҙ ҙә беләбеҙ. Хәҙер фермер май заводы, ферма төҙөргә тейешме ни? Ә бит улар республикала туп-тулы. Беҙгә шуларҙы бирһендәр. Үткән съезда ошо һорауҙы бирҙек. Мәҫәлән, һин Ғафури районынан. Красноусолдағы баҙарҙы фермерҙарға тапшырырға кәрәк. Берәү шунда урын биргән өсөн байығып, ҡулын йылытып ята. Ә фермер баҙарҙа үҙ тауарын һатҡан өсөн аҡса түләргә тейеш. Бөгөн беҙ ошо мәсьәләне лә күтәрәбеҙ.
— Зифҡәт Ислам улы, республикала нисә фермер бар? Улар нисек йәшәй? — Рәсәйҙә фермерҙар һаны кәмеһә лә, беҙҙә улар, Аллаға шөкөр, арта бара. Бөгөн республикала бөтәһе 5 мең 800 фермер теркәлгән, шуның 3 мең 200-ө ысынлап үҙ эшен башҡара: сәсә, ура, һыйыр һауа, һарыҡ аҫрай. Ҡайһы бер райондарҙа фермерҙарҙан башҡа эш кешеһе юҡ тиерлек. Мәҫәлән, Ишембай, Дәүләкән, Баймаҡ, Хәйбулла, Федоровка, Иглин фермерҙары айырыуса уңышлы эшләй. Туймазы, Шаран, Баҡалы, Кушнаренконыҡылар ҡыяр, помидор менән бөтә Рәсәйҙе яуланы. Бал менән баҙарҙы тултырҙыҡ. Эшләгән кеше булдыра. Әммә бының өсөн уның әҙерлеге, белеме, яҡшы ғаиләһе, башы булырға тейеш. Ә беҙ уларҙы өйрәтергә бурыслы. Әлегә фермерҙар ойошмаһы нығынды, тип әйтеп булмай, тағы ике-өс йыл ваҡыт кәрәк. Район етәкселәре фермерҙар менән тығыҙ эшләргә, даими ҡыҙыҡһынып торорға тейеш. Үкенескә ҡаршы, ғәмәлдә улай түгел. Асыҡлауымса, райондағы ун фермерҙың һигеҙенә генә хакимиәт башлығы барған, хәле менән ҡыҙыҡһынған. Ниндәйҙер битарафлыҡ хөкөм һөрә.
— Мәҫәлән, ҡайһы райондарҙы билдәләр инегеҙ? — Әйтһәм, бының өсөн аҙаҡ фермерҙарҙың башынан һыйпамаҫтарын яҡшы беләм. Иртәгәһенә үк башлыҡ уларҙы саҡыртыр, һин нимә, мине ошаҡлап йөрөйһөң, тип эҙәрлекләй, балаларын, эшен ҡыҫырыҡлай башлар.
— Фермерҙар алдында ниндәй проблемалар бар? — Ер бирмәй аптыраталар, үҫтерелгәнен һатыу өсөн баҙарҙа ла ҡолас йәйеп көтөп ултырмайҙар. Күптән түгел Таможня союзы йәнә үҙенең талаптарын ҡуйҙы. 1 майҙан крәҫтиән һатырға тейешле малын мотлаҡ махсус мал һуйыу урындарына алып барырға тейеш. Ул урынды ҡасан, кем төҙөй икәнен Хоҙай ғына белә.
— Беҙҙә төрлө йыйындар йыш үткәрелә, шәп программалар ҡабул ителә. Уларға ҡараһаң, иртәгәнән теге йәки был йүнәлештә эштәр гөрләп китер кеүек. Әммә йыш ҡына улай булмай. Съезда күтәрелгән мәсьәләләр һүҙҙә генә тороп ҡалмаҫмы? — Рәсәйҙә 2020 йылға ауыл хужалығын үҫтереү буйынса программа ҡабул ителгәйне. Был маҡсатҡа ике триллион ярым һум самаһы аҡса ҡаралған, әле шуның бер триллионын кәметеп булашалар. Шулай булғас, нисек ҡалмаһын?
— Тиҙҙән баҫыу эштәре башланырға тора. Фермерҙарҙың орлоғо, яғыулығы бармы? — Уларҙың төрлөһө осрай: байы ла, уртаса йәшәгәне лә, сәскеһе килмәһә, ерен эшкәртмәгәне лә. Әммә тырыштары илап ултырмай. Мәҫәлән, Баймаҡтан Айрат Шәрәфетдинов, Илештән Ришат Ялалов орлоғон да, ашлығын да һата. Дөйөм алғанда, фермерҙар көндән-көн нығына. Бының өсөн уларға урындағы етәкселәр тарафынан ыңғай ҡараш кәрәк: ашлығын үҫтерергә яҡшы ере, малын аҫрарға ҡураһы. Фермерҙарға сәсеүлек, мал тотоу өсөн ҡуралар бирелһә, ул, һис шикһеҙ, эшләйәсәк. Үкенескә ҡаршы, беҙҙә иҫ китерлек хәлдәр күҙәтелә. Былтыр йәй Хәйбулланан бер фермер программаға ярашлы һарыҡ үрсетеү өсөн аҡса алды. Унан:
— Хәҙер ни эшләйһең? – тип һорайым.
— Һарай төҙөйөм, – ти был.
— Һеҙҙә элеккеһе бына тигән бит!
— Уны кемдер һатып алған да кирбестәрен һүтә…
Ғәжәп бит: береһе булғанды емерә, икенсеһе төҙөргә мәжбүр! Шунан нисек алға бармаҡ кәрәк? Урындағы хужалар ғәйепле быға. Ул бит – ил байлығы. Район хакимиәте башлығы ҡайҙа ҡараған? Был хужаһыҙлыҡ тигән һүҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фермерҙарҙың мөмкинлеге әлегәсә баһаланмаған. Ул ҡатмарлы шарттарҙа үҫешә. Ә ғаилә фермаһы үҙҙәренең көсө менән алға ынтыла.
Бер гектар ер өсөн Финляндияла – 28 мең, Германияла – 25 мең, ә беҙҙә 250 – 300 һум субсидия бирелә. Шулай булғас, нисек итеп улар менән ярышмаҡ кәрәк? Әгәр дүрт-биш йылда ярҙам күрһәтелмәй икән, уларҙың эшмәкәрлегенең бөтөүе лә ихтимал. Көслөләре генә ҡаласаҡ. Шуға ла ер кешеһенә, фермерға ярҙам кәрәк. Шунһыҙ булмай.
И. ХАҠОВ әңгәмәләште.