Донъя топ-моделдәре конкурсында Рәсәй намыҫын яҡташыбыҙ Анжелика Якусева яҡлаясаҡ. Финал Мысырҙа апрелдә үтә. «Топ-модель» исеменә донъяның төрлө илдәренән 50 конкурсант дәғүә итә.
Башҡорт һылыуының быға тиклем республика, Рәсәй, донъя кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашҡаны бар. Башҡортса, урыҫса, инглизсә йырҙарҙы берҙәй яҡшы башҡара. Ә инде модель карьераһына Анжелика Якусева ныҡлап 2007 йылда тотонған. Республика кимәлендә үткән матурлыҡ конкурсында әүҙем ҡатнаша. 2009 йылда «Һылыуҡай» республика гүзәллек бәйгеһендә өсөнсө урынды яулағайны. Өс йыл элек «Топ-модель по-русски» телевизион шоуында сығыш яһап, ул дефиле һәм актерлыҡ оҫталығы буйынса ике приз яуланы. Сираттағы конкурс маҡсаттарға юл асты, ти яҡташыбыҙ.
Донъя топ-моделдәре конкурсына әҙерлек әле үк башланған. Махсус күлдәктәр тектереү, фитнес, диета... Әйткәндәй, Анжеликаны күптәр тотош донъяға билдәле топ-модель яҡташыбыҙ Ирина Шәйхисламоваға (Ирина Шейк) оҡшата.
Анжелика үҙен йырсы булараҡ та, шулай уҡ күптән түгел республиканың төп телеканалында эфирға сыҡҡан «Һөйөү һәм йондоҙҙар» фильмы актрисаһы итеп тә танытты.