Халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ14.03.2014
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Бразилия Федератив Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Антонио Жозе Валлим Геррейро менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов һәм Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең беренсе урынбаҫары Рөстәм Вилдановтың осрашыуы үтте. Салауат Сәғитов Антонио Геррейроны республиканың социаль-иҡтисади күрһәткестәре менән таныштырҙы, уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса тулайым төбәк продукты үҫешенең 103,1 процент, сит ил инвестициялары күләменең 240 миллион доллар тәшкил итеүен, йәғни 2012 йылғы менән сағыштырғанда 3,5 тапҡырға күберәк булыуын билдәләп үтте.

Бразилия илсеһе Башҡортостанды үҫешкән инфраструктуралы һәм ҙур сәнәғәт ҡеүәтенә эйә ныҡлы төбәк тип белеүен әйтте. Машиналар эшләүҙе, еңел авиация кластерын, ауыл хужалығын һәм туризмды үҫтереү өлкәләрендә хеҙмәттәшлек мөмкинлеге ҡаралды, быйыл майҙа Бразилияның Сеара штаты баш ҡалаһы Форталеза ҡалаһында үтәсәк БРИКС дәүләттәре саммитында Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади ҡеүәте менән таныштырыу сараһын ойоштороу мәсьәләһе тикшерелде.
Шул уҡ көндә вице-премьер Салауат Сәғитов Азербайжан Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Полад Бюль-Бюль оглы менән осрашты. Һөйләшеүҙә Азербайжан менән Башҡортостан араһындағы тауар әйләнешен анализлауға һәм уның үҫешен арттырыу зарурлығына, гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә төп иғтибар бүленде, шулай уҡ Азербайжан менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөү тәҡдиме әйтелде. Азербайжан делегацияһының Өфөгә сәфәрен – тәүге ярты йыллыҡта, ә Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары һәм эшлекле даирәләренең Баҡы ҡалаһына эш сәфәрен быйыл көҙгә ойоштороу тураһында килешелде.


Вернуться назад