Иҫтә ҡалыр яҡты мәл14.03.2014
Иҫтә ҡалыр яҡты мәл
Республика йортонда – алдынғыларҙы бүләкләү тантанаһы. Күптәргә өлгө булырҙай хеҙмәткәрҙәр ордендар, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы һәм маҡтаулы исемдәр алып ҡыуана. Юғары дәүләт наградаларын был юлы Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов тапшыра.

– Һеҙҙе юғары профессионаллек, яуаплылыҡ, һөнәргә тоғролоҡ, ватансылыҡ кеүек сифаттар берләштерә. Барығыҙ ҙа республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең социаль-иҡтисади үѕешенә ҙур өлөш индерәһегеҙ, – тине Сергей Молчанов. – Барлыҡ төп йүнәлештәр буйынса ла республика яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеп килә. Агросәнәғәт комплексы уңышлы эшләй, торлаҡ төҙөлөшө йәһәтенән дә алдынғылар рәтендәбеҙ, социаль инфраструктура үѕешә. Был – дөйөм тырышлыҡ емеше.
Награда алыусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар: ауыл хужалығы, транспорт һәм төҙөлөш, етештереү һәм эшкәртеү сәнәғәте тармаҡтарында эшләүселәр, социаль һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр. Йәмғеһе өс тиѕтә самаһы кеше.
“Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены – Башҡортостан төҙөлөш һәм ҡала төҙөлөшө комплексының ғилми-тикшеренеү, проект-конструкторлыҡ һәм производство институтының төп ғилми хеҙмәткәре Георгий Колесникка, Халыҡтар дуѕлығы ордены Краснокама районының “Заря” етештереү кооперативы рәйесе Рәзиф Гәрәевкә бирелде. Егерме кеше Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Улар араһында Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәте башлығы Салауат Хөсәйенов, Ғафури районы хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, Өфө район Советы рәйесе Фәрит Рәхмәтуллин, республиканың Милли банкы рәйесе урынбаѕары Ғәббәс Әхмәтшин, Өфө ҡалаһы Дим районының “Мәҙинә” мәсете имам-хатибы Замир Хәйруллин һәм башҡалар бар. Шулай уҡ атҡаҙанған юристар, элемтәселәр, транспорт, ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәрҙәре билдәләнде.
– Ғүмеребеҙҙең ҙур өлөшө хеҙмәттә үтә. Ә бына ошондай юғары дәүләт наградаһы алыу – уның мәңгегә иѕтә ҡалырлыҡ матур бер мәле. Бүләк бик юғары, уның ҡәҙерен белергә кәрәк. Балаларыбыҙ, яҡындарыбыҙ беҙҙең менән ғорурланасаҡ, – тине Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы исемен алған Владимир Улитин.


Вернуться назад