Йылмайып-көлөп кенә14.01.2012
Чукотка. Балалар баҡсаһында мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә дәрес бара.
– Ҡышын да, йәйен дә бер үк төҫтә. Ул нимә була? – тип һораған тәрбиәсе кескәйҙәрҙән.
– Ҡар була, ҡар, – тип ҡысҡырған, ти, бер малай.

***
– Әсәй, миңә егерме генә һум аҡса бир әле, – ти икән Вәли, йылмайып. – Мин уны анауында өшөп ултырған әбейгә бирәм.
– Эй, улым, ҡайһылай изге күңеллеһең, – тигән әсәһе. – Ә ҡайҙа ул, ниңәлер уны күрмәйемсе.
– Ана ла баһа, туңдырма һатып ултыра, – тип төртөп күрһәткән улы урам сатына.

***
Ферма мөдире ах та ух килеп, хужалыҡ рәйесенә ингән дә, былай тип өндәшкән:
– Әсләм Әсғәтович, ҡош-ҡортҡа ҡышҡылыҡҡа тип һатып алған бойҙайҙы кисекмәҫтән ҡыйлыҡҡа сығарып түгергә кәрәк. Ағыулы икән.
– Ниңә? – тип һораған рәйес. – Ә нисә өйрәк үлде?
– Берәү ҙә ҡырылманы, уның ҡарауы, мин биш сусҡамдан яҙҙым.

***
Сатлама һыуыҡ. Казарманан сығырлыҡ та түгел.
– Һалдат Ғәлиев, тышта нисә градус һыуыҡ?
– Белмәйем, иптәш прапорщик.
– Стеналағы термометрҙы ал да, урамға сығып, уны биш минут тотоп тор.
– Ул нулдән өҫтәге һандарҙы ғына күрһәтә бит.
– Эй, аңыш булдың да инде. Ә һин уны кирегә әйләндер.

***
Мәжлескә һуңға ҡалып килгән Ҡотбетдиндән "штрафной" күтәрткәндән һуң, хужа кеше унан:
— Машина менән килдеңме? — тип һорай.
— Юҡ, — ти тегеһе, — мин яҡын ғына йәшәйем.
Кемдер шунда шаяртып: "Ҡотбетдин "Тайота" менән килгән", — ти. Уныһы ла юғалып ҡалмай:
— Эйе, тая-тая килдем, бөгөн боҙлауыҡ бит.

***
Карап һыу төбөнә киткәс, иҫән ҡалған ирҙәрҙе тулҡын бер утрауға, ҡатын-ҡыҙҙарҙы икенсеһенә илтеп ырғыта. Ирҙәр утрауында кәңәшмә була. Көн тәртибендә бер генә мәсьәлә: нисек итеп ҡатын-ҡыҙҙар утрауына эләгергә. Шунда 20 йәшлек егет:
— Әйҙәгеҙ, тиҙ генә йөҙөп барабыҙ, — ти.
30 йәшлек ир:
— Башта һал яһайыҡ, унан ҡуҙғалырбыҙ, — ти.
40 йәшлек ир:
— Ниңә барып мәшәҡәтләнергә, үҙҙәре йөҙөп килерҙәр әле, — тигән.

***
Инспектор төрмә башлығынан:
— Һеҙҙә һаҡ насар ойошторолған. Ә шулай ҙа береһе лә ҡасмай. Сәбәбе ниҙә һуң бының? — тип һорай.
— Мин тотҡондарға көн һайын хаҡтар күтәрелеүе тураһында һөйләп торам.

***
Ҡырыҫ холоҡло атаһы ун ете йәшлек ҡыҙын әрләй:
— Ул һине үбә башлағас, ниңә ҡысҡырманың?
— Ул мине ҡурҡытты, янаны.
— Нимә тип?
— Ҡысҡырһаң, бүтән үпмәйем, тип.

***
— Һеҙҙе үбергә мөмкинме?
— Һеҙ нимә, әллә аҡылдан яҙҙығыҙмы?
— Кисә үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, һеҙҙе бер офицер ҡосаҡлап үпте.
— Ул бит һеҙҙең кеүек рөхсәт һорап торманы.

***
— Атай, ә әсәй машинаны һиңә ҡарағанда ла оҫта йөрөтә!
– Юҡ, мин улай тип әйтмәҫ инем.
– Үҙең, ҡул тормозының рычагы күтәртелеп ҡуйылғанда мин урындан да ҡуҙғала алмайым, тинең дә баһа. Ә әсәйем шул килеш ун саҡрым юл үткән.


Вернуться назад