Ҡараҡтарҙы тотторған14.03.2014
Башҡортостанда быйыл тирә-яғындағыларға ихтирамлы мөнәсәбәттә булып, дөйөм йәмғиәт именлеге хаҡына ҡыйыу аҙымдарға барған балалар һәм үҫмерҙәргә арнап махсус проект тормошҡа ашырыла. Һеҙҙең иғтибарға ошо юҫыҡтағы тәүге яҙманы тәҡдим итәбеҙ.
Бөгөн үҫмерҙәргә батырлыҡ ҡылыу, улай уҡ түгел икән, ҡыйыулыҡтарын күрһәтеү, шәхес булараҡ өлгөрөүҙәрен раҫлау өсөн урын бармы? Ошо һорауға яуап бирер алдынан Кушнаренко районының Яңы Баҫҡаҡ ауылында йәшәүсе Илшат Фастеевҡа мөрәжәғәт итергә булдыҡ.
Ни өсөн тигәндә, мәктәп уҡыусыһы Илшаттың, берәүҙәрҙең йортонан һәм гаражынан мөлкәтен урлауҙарын күреп, шунда уҡ эске эштәр бүлегенә хәбәр итеүе хаҡында ишеткәйнек.

Был хәлгә йыл ярымлап ваҡыт үткән инде. 2012 йылдың авгусында, йәйге каникул осоронда, була был күңелһеҙ хәл. Әле Илшат VIII класта уҡый.
Беҙ шылтыратҡанда үҫмер өйҙә ине, үҙе менән һөйләшә алдыҡ.
— Енәйәт ҡылынған урындан иғтибарһыҙ ғына үтмәй, тейешле ергә шылтыратып дөрөҫ эшләнем, тип иҫәпләйем. Әлбиттә, "бурҙар ваҡыты еткәс, иреккә сығасаҡ, үҙеңде хәүеф аҫтына ҡуйҙың" тип әйтеүселәр ҙә булды.
Шул йорт эргәһенән үтеп барғанда, шикле әҙәмдәргә иғтибар иттем. Өсәү инеләр. Береһенең ашыға-ашыға машиналарына табан атлауы ла шигемде көсәйтте. Ике аҙна элек тә шул тирәлә күренеүҙәрен иҫемә төшөрҙөм. Автомобилдәренең номерын иҫтә ҡалдырып, ҡайтҡас, полицияға шылтыратып, күргәндәрем хаҡында еткерҙем. Уларҙы иртәгәһенә иртән үк тоттолар. Байтаҡ әйбер урлағандар. Үҙемде хәүеф аҫтына ҡуйһам да, дөрөҫ эшләнем тип иҫәпләйем, — тине ҡыйыу егет.
Зыян күреүсе лә изге ғәмәл ҡылған — Илшат уҡыған мәктәпкә хәбәр итеп, рәхмәтен еткергән.
— Райондан килеп тә рәхмәт белдерҙеләр, матди дәртләндереү ҙә булды. Улымды ҙурланылар, — тине әсәһе Рәмзиә Илфаз ҡыҙы.
Илшат Фастеев менән һөйләшкәндән һуң, мәҡәлә башында ҡуйылған һорауға яуап үҙенән-үҙе табылды шикелле. Һис икеләнмәй "батырлыҡ ҡылыу өсөн һәр кемгә һәм һәр ваҡыт урын бар" тип әйтергә мөмкин.



Вернуться назад